Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИСАПЛАУ МАТЕМАТИКАҺЫ

Просмотров: 1463

ХИСАПЛАУ МАТЕМАТИКАҺЫ, математиканың хисаплауҙар башҡарыу һәм электрон хисаплау машиналарын ҡулланыу м-н бәйле мәсьәләләрен өйрәнгән бүлеге. Процестарҙың, күренеш һәм объекттарҙың (физик, иҡт., соц. һ.б.) матем. моделдәрен анализлауҙы; төрлө матем. мәсьәләләрҙе сисеү ысулдарын һәм алгоритмдарын эшләүҙе, теоретик яҡтан нигеҙләү һәм сағыштырма анализлауҙы; кеше м-н электрон хисаплау машинаһының тәьҫир итешеү мәсьә­ләләрен, ш. иҫ. программалау теорияһын һәм практикаһын, үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Х.м. б-са тикшеренеүҙәр 20 б. 60-сы йй., респ. тәүге “Урал-1” электрон хисаплау машиналарының береһе (1960) файҙаланыуға тапшырылғандан һуң һәм Башҡорт дәүләт университетында хисаплау матем. каф. (1961) асылғас башлана. Был осорҙағы тикшеренеүҙәр нефть сығарыу һәм уны ташыу проблемаларын хәл итеү өсөн айырмалы һәм ихтималлыҡ ысулдарын уйлап табыуға һәм ҡулланыуға арналған (У.В. Игнатьев, А.Ф.Клементьев, С.Ю.Рудерман). Респ. математик модель әҙерләү, һанлы интеграциялау, һыҙыҡлы һәм бөтөн һанлы программалау теориялары, математик физиканың туранан-тура һәм кире мәсьәләләрен сисеүҙең яҡынса һәм һанлы ысулдары, оптималь идара итеүҙең мәсьәләләре б-са тикшеренеүҙәр артабан үҫешә. Күсереү тигеҙләмәләрен һәм Лаплас тигеҙләмәләрен Монте-Карло ысулы м-н сисеүҙең отошло алгоритмдары эшләнгән (И.Г.Дядькин, В.Н.Стариков). Файҙалы ҡаҙылмалар эҙләгәндә электрокаротаж үткәреү, металдарҙы электрохимик һаҡлау, гальваник эшкәртеүҙе, электр, йылылыҡ күсереүҙе оптималләштереү һ.б. мәсьәләләрҙе сисеүҙең матем. моделдәре һәм һанлы ысулдары уйлап табылған (В.Т.Иванов). Электр, йылылыҡ күсереүҙең моделдәре һәм электролитик юл м-н алюмин һәм магний алыу өсөн тәғәйенләнгән сәнәғәт аппараттарының энергетик режимдарын иҫәпләп сығарыу программалары (С.А.Щербинин) РФ пр-тиеларында индерелгән. Бүлендек сығарылмалы тигеҙләмәләрҙе һәм оптималь идара итеү мәсьәләләрен сисеүҙең яҡынса һәм һанлы ысулдары теорияһы үҫеш ала; электр, йылылыҡ, масса күсереүҙең туранан-тура һәм оптималләштереү мәсьәләләрен сисеү ысулдары табылған; оптималь идара итеү мәсьәләләренең ос үлсәмле аппроксимацияларының тура килеүе һәм аныҡлығы проблемалары өйрәнелгән (В.Ф.Лубышев). Күп элементлы электрохимик системаларҙағы электр ҡырҙарының матем. моделдәре, алгоритмдары, хисаплау программалары (А.М.Болотнов); фаза үҙгәреүсәндәре һәм идаралығы сикләнгән мәсьәләләрҙә оптималь идара итеүҙең һанлы ысулдары (Н.Д.Морозкин) табылған; механик системаларҙың беркетелеү һәм тулы булыу диагностикаһына һанлы-аналитик тикшереү үткәрелгән (А.М.Әхтәмов). Авиация техник университетында һыҙыҡлы программалау, комбинаторлы оптималләштереү ысулдары, бесеү һәм төрөү мәсьәләләрен сисеү теорияһы һәм ысулдары үҫтерелә (Э.А.Мухачёва); нейрон селтәрҙәре өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелгән (В.И.Васильев, Б.Ғ.Ильясов); гидродинамика һәм электрохимия мәсьәләләрен сисеү алгоритмдары, һанлы һөҙөмтәләрҙең хаталы һәм дөрөҫ булыуын баһалау ысулдары уйлап табылған (В.П.Житников); реологик яҡтан ҡатмарлы мөхиттәрҙә фильтрация һәм газ-шыйыҡлыҡ системаларының моделдәре тикшерелгән (Г.Т.Болғаҡова); авиация двигателдәре конструкцияларының элементтарында йылылыҡ, масса күсереү мәсьәләләрен сисеүҙең һанлы-анали­тик ысулдары (Ю.С.Шаталов), эске яныулы двигателдәрҙеңконструкцияларындағы изотермик булмаған ағымдарҙы хисаплау программалары комплексы уйлап табылған (В.П.Рудой); гидродинамик симулятор булдырыу б-са эштәр алып барыла (В.Ә.Байков), БР-ҙың нефть сығарыу пр-тиеларында күп процессорлы хисаплау системаһы өсөн эшләнгән симулятор индерелгән. Нефть техник университетында йылылыҡ, масса күсереү мәсьәләләрен сисеү ысулдарын тормошҡа ашырыу һәм нефть, газ сығарыу, ташыу процестарының моделдәрен әҙерләү (Р.Н. Бәхтизин), күп компонентлы ректификация процестарын хисаплауҙың һанлы ысулдары һәм алгоритмдары (Т.Ғ.Үмәрғәлин) проблемалары тикшерелә; нефть ташыу өсөн тәғәйенләнгән үткәргес торбаларҙың ныҡлығын һәм ышаныслығын баһалау (Р.М.Зарипов), композицион материалдар алыу өсөн дисперслы нефть системаларының макроскопик структураһын имитациялаусы моделдәр әҙерләү(И.З.Мөхәмәтйәнов) өсөн ғәмәли программалар пакеты эшләнгән. Яһалма нейрон селтәрҙәрҙе тикшереүҙең һөҙөмтәләре яғыулыҡ-энергетика комплексының энер­гетик һәм технологик инженер селтәрҙәрендә балансты контролдә тотоу алгоритмдарын һәм программа комплекстарын эшләү өсөн файҙаланылған (В.А.Буренин).Математика институтын­да күп үлсәмле интегралдарҙы яҡынса иҫәпләүҙең теоретик нигеҙҙәре тикшерелә; 10-ға тиклем үлсәнешле күп үлсәмле өлкәләрҙә интегралдарҙы 10-4 аныҡлыҡ м-н иҫәпләү алгоритмдары һәм программалары эшләнгән (М.Д. Рамаҙанов). Һыҙыҡлы булмаған эллиптик һәм параболик тигеҙләмәләрҙе, оптималь идара итеү мәсьәләләрен сисеүҙең итерацион ысулдары эшләнгән (И.И.Голичев). Нефтехимия һәм катализ институтында, БДУ-ла (С.И.Спивак), БДПУ-ла (Р.М.Әсәҙуллин), Стәрлетамаҡ педагогия академияһында (С.А.Мостафина) химик процестарҙың матем. моделдәре, химик кинетика һәм термодинамиканың кире мәсьәләләрен, химик процестарҙы оптималләштереү мәсьәләләрен сисеү, химия реакторҙарының технологик эш режимдарын иҫәпләп сығарыу алгоритмдары эшләнгән. СДПА-ла киҫәкле-бер төрлө мөхиттәрҙең сиктәрен эҙләгән кире геофизик мәсьәләләрҙе сисеүҙең хисаплау алгоритмдары һәм программалар комплексы эшләнгән (В.И.Кризский).

В.Ф.Лубышев, Н.Д.Морозкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: