ҠАТЫ ҠАНАТЛЫЛАР
ҠАТЫ ҠАНАТЛЫЛАР, ҡуңыҙҙар (Coleoptera), бөжәктәр отряды. 140‑тан ашыу ғаиләһе, яҡынса 300 мең төрө билдәле; БР‑ҙа 1,2 меңдән ашыу төрө бар. Туҡланыу тибы б‑са 3 ярым отрядҡа бүләләр: архостематтар (Cupedidae һәм Micromaltidae ғаиләләре), йыртҡыстар (бызылдауыҡтар, йөҙгәләктәр, ҡаймыҡсы ҡуңыҙҙар, һыу ҡуңыҙҙары һ.б. ғаиләләр), төрлө аҙыҡ м‑н туҡланыусы ҡуңыҙҙар (емтек ҡуңыҙҙары, стафилинидалар, суҡ мыйыҡлылар, тараҡ мыйыҡлылар, һыуһөйәрҙәр һ.б. ғаиләләр), БР‑ҙа һуңғы 2 ярым отрядтың вәкилдәре осрай.
Кәүҙәһе ҡабарынҡы, оҙонса, һирәгерәк ҡыҫҡа, оҙонлоғо 0,3—75 мм. Төҫө, ғәҙәттә, ҡарағусҡыл, күп көндөҙгө төрҙәрҙеке — сағыу (йыш ҡына ялтырауыҡлы), мәмерйә һәм тупраҡ төрҙәренеке — тоноҡ һары. Ҡанаттарының беренсе пары осоу өсөн тәғәйенләнгән икенсе парын һәм артҡы күкрәктең, ҡорһаҡтың өҫкө йомшаҡ яғын һаҡлау өсөн хеҙмәт иткән ҡаты өҫкө ҡанатҡа әүерелгән. Мыйыҡтары суҡмар, тараҡ рәүешендә, быуынлы, еп, пластинка һымаҡ, төрлө оҙонлоҡта, йышыраҡ 11 быуынтыҡлы. Ауыҙ ағзалары кимереүсе. Аяҡтары йүгереү, һирәгерәк йөҙөү, һикереү, ҡаҙыу өсөн. Үҫеше тулы әүерелешле. Ҡ.ҡ. — айырым енесле, башлыса йомортҡа һала, һирәгерәк тере бала тыуҙырыусы (ҡайһы бер стафилинидалар, япраҡ ҡуңыҙҙары) хайуандар; ҡыбырҙауыҡтарға, оҙонморондарға һәм япраҡ ҡуңыҙҙарына партеногенез хас. Балағорттары хәрәкәтсән, ғәҙәттә, ирекле йәшәй, яҡшы айырымланған башлы һәм 3 пар күкрәк аяҡлы йәки аҙ хәрәкәт итеүсән, селәүсен рәүешле, итләс, йомшаҡ тире ҡатламлы һәм ҡыҫҡа аяҡлы йәки аяҡһыҙ (йышыраҡ паразит төрҙәр). Йыртҡыс Ҡ.ҡ., ш. уҡ емештә, үҫемлектә, хайуан емтектәрендә йәшәгән төрҙәрҙең балағорттары 1—4 ай, тупраҡ һәм үҙағастағылар бер нисә көндән алып 1 йылға тиклем һәм унан да артығыраҡ үҫешә. Ҡурсаҡтары ирекле (асыҡ), төрлө төҫтә (башлыса аҡ), йомшаҡ, бер нисә тәүлектән алып 1 айға тиклем, ҡайһы берҙә оҙағыраҡ үҫешә; тупраҡта, һирәгерәк үҫемлектәр өҫтөндә йәки уларҙың эсендә ҡурсаҡлана. Йылына 1 (һирәгерәк 2—3) быуын бирә, ҡайһы бер төрҙәрҙең (сытырлаҡтар, тараҡ мыйыҡлылар ғаиләләре) үҫеше 4—6 йыл дауам итә. Башлыса балағорттар һәм оло ҡуңыҙҙар ҡышлай. Йыртҡыс Ҡ.ҡ. бөжәктәр, селәүсендәр, моллюскылар м‑н; үҫемлектәр м‑н туҡланыусылар — үҫемлектәрҙең йәшел өлөштәре, сапрофагтар үҫемлек ҡалдыҡтары һәм хайуан емтектәре м‑н туҡлана. Ҡ.ҡ. араһында паразитлыҡ сағыштырмаса һирәк осрай. Ҡ.ҡ. күп төрҙәре тупраҡ яһау процесында ҡатнаша, башҡа бөжәктәрҙең һанын көйләй, сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндерә. Ҡ.ҡ. араһында ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, күн, йөн, тирене зарарлаусы төрҙәр бар. Ҡ.ҡ. ҡайһы бер төрҙәре (бызылдауыҡтар, ҡамҡалар) ҡоротҡос бөжәктәр м‑н көрәшеү өсөн ҡулланыла. Болан-ҡуңыҙ, еҙ ҡуңыҙ, ҡуңыр ҡуңыҙ, мыйыҡлы альп ҡуңыҙы һәм мәрмәр ҡуңыҙ БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
В.А.Книсс, М.Ғ.Миһранов
Тәрж. Г.А.Миһранова