Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРАММАТИКА

Просмотров: 2024

ГРАММАТИКА (грек телендәге grammatiké, gramma — хәреф, яҙылыш), 1) тел төҙөлөшө, йәғни уның формаль кимәле (морфологик категориялар һәм формалар, синтаксик категориялар һәм конструкциялар, һүҙьяһалыш ысулдары) системаһы, грамматик мәғәнәләрҙә, формаларҙа һәм грамматик категорияларҙа бирелә. Грамматик мәғәнә — формаль грамматик саралар ярҙамында белдерелгән ситләтелгән (абстракт) тел мәғәнәһе.

  Морфологияла ул һүҙҙәрҙең һүҙ төркөмө булараҡ мәғәнәһе (мәҫәлән, исемдәрҙә предметлыҡ һәм ҡылымдарҙа эш‑хәрәкәт мәғәнәһе), шулай уҡ замандың, заттың, һандың һ.б. һүҙ үҙгәртеү мәғәнәләре. Яһалма һүҙҙәрҙең — дериваттарҙың һүҙ яһаусы мәғәнәләре лә (мәҫәлән, билдәне белдереүсе, эш‑хәрәкәтте башҡарыусы мәғәнәһе һ.б.) грамматик мәғәнәгә ҡарай.

  Синтаксиста ысынбарлыҡҡа актуалләшкән мөнәсәбәтлектең, семантик субъекттың һәм объекттың грамматик мәғәнәләрен айыралар. Грамматик мәғәнә грамматик формала матди сағылыш таба, ул конкрет тел саралары — аффикстар, баҫым, редупликация, ярҙамлыҡ һүҙҙәр, интонация, һүҙҙәрҙең синтаксик ярашлығы һәм тәртибе ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Грамматик формалар системаһы грамматик категория сиктәрендә парадигмала сағыла.

  2) Тел ғилеменең тел төҙөлөшө һәм уның законлыҡтарын өйрәнеүсе бүлеге, морфологияны, синтаксисты һәм һүҙьяһалышты берләштерә. Г. айырым кимәлдәрен йәки телдең тотош грамматик системаһын тасуирлауға арналған фәнни тикшеренеүҙәр Г. синхроник хәлен (билдәле этапта) сағылдыра йәки уның тарихи үҫешен күҙәтә ала. Тасуирлауҙың тулылыҡ дәрәжәһе, маҡсат һәм бурыстарынан сығып, Г. түбәндәге төрҙәргә бүленә: формаларҙы һәм конструкцияларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт биреүсе тасуири-норматив, абруйлы тел ғилеме учреждениеһы белгестәре хуплаған академик; ҡәрҙәш телдәр төҙөлөшөн өйрәнеүсе сағыштырма-тарихи; ҡәрҙәш һәм ҡәрҙәш булмаған телдәр төҙөлөшөндәге оҡшашлыҡтарҙы һәм айырымлыҡтарҙы анализлаусы сағыштырма; орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләре менән бергә Г. төп норматив күрһәтмәләре тураһында бәйән итеүсе мәктәп Г., функциональ грамматика һ.б.

  Башҡорт теле Г. фәнни яҡтан тәүге тапҡыр Н.К.Дмитриевтың “Башҡорт теленең грамматикаһы” монографияһында тасуирлана, был хеҙмәт башҡорт тел ғилеменең артабанғы үҫешендә мөһим роль уйнай. Ж.Ғ.Кейекбаевтың Урал-Алтай телдәренең тарихи грамматикаһы нигеҙҙәре монографияһы сағыштырма-тарихи Г. проблемаларына арналған.

 Ә.М.Аҙнабаев, М.В.Зәйнуллин, К.Ғ.Ишбаев, Н.Х.Ишбулатов, Харр.Ғ.Йосопов, Ж.Ғ.Кейекбаев, В.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, Б.С.Сәйәрғәлиев, Д.С.Тәкәев, Ҡ.З.Әхмәров, М.Х.Әхтәмов, Ә.Ә.Юлдашев һ.б. хеҙмәттәрендә башҡ. теленең грамматик төҙөлөшөнөң айырым яҡтары һәм күренештәре синхроник һәм тарихи йәһәттән яҡтыртыла. К.З.Закирйәнов, М.В.Зәйнуллин, Ҡ.З.Әхмәров һ.б. хеҙмәттәре башҡ. теле һәм урыҫ теле Г. сағыштырма өйрәнеүгә арналған. Башҡ. теле Г. академик баҫмаһын (ҡара: Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы) сығарыу мөһим фәнни ҡаҙаныш була. Мәктәп Г., урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбаптарын Ә.М.Аҙнабаев, А.Ә.Ғәлләмов, Э.Ф.Ишбирҙин, Ж.Ғ.Кейекбаев, Ә.Ә.Мансуров, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, З.Ғ.Ураҡсин, Х.С.Фәритов, Ҡ.З.Әхмәров һ.б. төҙөй (ҡара: Дәреслектәр).

  Әҙәб.: Т е р е ғ о л о в а Р.Н., Ә х м ә р о в Ҡ.З., Сравнительная грамматика русского и башкирского языков. Уфа, 1953.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.05.2023