Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИАЛЕКТОЛОГИЯ

Просмотров: 2183

ДИАЛЕКТОЛОГИЯ, башҡорт тел ғилеменең башҡ. теле диалекттарын һәм һөйләштәрен өйрәнеүсе бүлеге. Тасуири һәм тарихи диалекттарға бүленә. Тасуири Д. — хәҙ. диалекттарҙы һәм уларҙың үҙенсәлектәрен, тарихи Д. тәғәйен тел тарихында диалекттар үҫешен өйрәнеүгә арналған. Башҡ. Д. барлыҡҡа килеүе 19 б. 2‑се яртыһы — 20 б. тура килә, ул осорҙа нигеҙендә күплек һаны аффикстарының фонетик айырмалыҡтары ятҡан башҡорт теле диалекттарының тәүге классификациялары эшләнә. В.В.Радлов “Төньяҡ төрки телдәренең фонетикаһы” (“Фонетика северных тюркских языков”; 1882) хеҙмәтендә башҡорт теле диалекттарында ялан башҡорттары диалекты (‑лар) һәм тау башҡорттары диалекты (‑тар) барлығын күрһәтә; А.Г.Бессонов “Башҡорттар өсөн әлифба”һында (“Букварь для башкир”; 1907) көньяҡ-көнсығыш (‑лар) һәм төньяҡ‑көнсығыш (‑тар) диалекттарын айырып күрһәтә. Октябрь революцияһынан һуң башҡ. теле диалекттарын маҡсатлы рәүештә өйрәнеү башлана. 1920—40 йй. БАССР райондарында 15 диалектологик экспедиция үткәрелә. Тупланған материал башҡ. әҙәби теленең лексик, фонетик һәм грамматик нормаларын билдәләүҙә файҙаланыла. Башҡ. теле диалекттарын фәнни өйрәнеү нигеҙҙәрен Н.К.Дмитриев башлай; уның “Башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә ҡарата” (1928) мәҡәләһендә башҡ. теле диалекттарын төрлө яҡлап өйрәнеү программаһы бирелә; уларҙы өйрәнеү ысулдары ентекләп эшләнә, башҡ. диалекттарының ҡайһы бер үҙенсәлектәре күрһәтелә. Д. артабанғы үҫеше яңы классификациялар эшләүгә бәйле. Ғ.Й.Дәүләтшин 6 һөйләште (ҡыуаҡан, юрматы, әйле, һалйот, табын, дим) айырып күрһәтә. Т.Ғ.Байышев “Башҡорт теле диалекттары әҙәби телгә ҡарата мөнәсәбәттә” (“Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку”; 1955) монографияһында телдең лексик, фонетик, морфол. кимәлдәрендә әҙәби тел һәм диалекттарҙың үҙ‑ара мөнәсәбәт мәсьәләләрен ҡарай; тел билдәләре комплексын иҫәптә тотоп, ул 3 диалектты (көнсығыш, көньяҡ, көнбайыш) һәм 7 һөйләште (һ‑ҫ, ҫ, һ, ҙ‑ҫ, с, ҙ һәм п‑т) айырып күрһәтә. Ж.Ғ.Кейекбаевтың “Башҡорт диалекттәре һәм уларҙың тарихенә ҡыҫҡаса инеш” (1958) хеҙмәтендә 2 диалект (көньяҡ, көнсығыш) һәм 9 һөйләш (әй‑йүрүҙән, арғаяш, Егәҙе й. басс. һөйләше, дим‑ҡариҙел, эйек-юшатыр, һаҡмар‑ҡыҙыл, һәнәр‑ҡараболаҡ, төньяҡ‑көнбайыш һәм урта) күрһәтелә. Хәҙ. Д. башҡ. телендә 3 диалект билдәләнә: көнсығыш диалект, төньяҡ-көнбайыш диалект, көньяҡ диалект. Р.Шәкүр “Башҡорт диалектологияһы” китабында (2011) ошо 3 диалект составында 16 һөйләште (әй, мейәс, ҡыҙыл, асыуҙы, арғаяш, һалйот, эйекһаҡмар, дим, өршәк, урта, егән, ҡариҙел, урта урал, ғәйнә, танып, түбәнге ағиҙел‑ыҡ) өйрәнә.

Башҡ. диалекттарын телдең төрлө кимәлдәрендә һүрәтләү, ш. уҡ Д. мәсьәләләренә Р.Ғ.Аҙнағолов, Т.М.Ғарипов, М.И.Дилмөхәмәтов, Э.Ф.Ишбирҙин, Н.Х.Ишбулатов, Х.Ғ.Йосопов, С.Ф.Миржанова, Н.Х.Мәҡсүтова, У.Ф.Нәҙерғолов, Р.Шәкүр, Ә.Ә.Юлдашев һ.б. хеҙмәттәре арналған. Тикшеренеү һөҙөмтәләре “Башҡорт диалектологияһы йыйынтығы” (“Башкирский диалектологический сборник”; 1959), “Башҡорт диалектологияһы” (“Башкирская диалектология”; 1963), “Төрки телдәрҙең диалектология һәм лингвогеография мәсьәләләре” (“Проблемы диалектологии и лингвогеографии тюркских языков”; 1986), “Башҡорттарҙың йәнле һөйләү телмәре өлгөләре” (“Образцы разговорной речи башкир”; 1986) һ.б. йыйынтыҡтарҙа дөйөмләштерелә. Лингвистик география үҫешә; 2002 й. “Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге” баҫылып сыға; 2005 й. “Башҡорт теленең диалектологик атласы” нәшер ителә. Д. б‑са тикшеренеүҙәр Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында алып барыла.

Әҙәб.: Мәҡсүтова Н.Х. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. Уфа, 1996.

М.И.Дилмөхәмәтов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023