ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ
ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ, юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Өйәҙ училищелары урынына “Ҡала училищелары тураһында положение” б‑са ойошторолалар (1872). Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булалар. Земстволар, ҡала йәмғиәттәре, айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар; аҡсаның бер өлөшө ҡаҙна тарафынан бүленә. Ҡала халҡының (һөнәрселәрҙең, ваҡ хеҙм‑рҙәрҙең, сауҙагәрҙәрҙең) 7 йәштән өлкән ир балалары алына. 1880 й. алып урындағы аҡса иҫәбенә ҡатын‑ҡыҙҙар Ҡ.у. ойоштороу рөхсәт ителә. Уҡыу түләүле була (йылына 2—18 һум). Ҡ.у. 1, 2, 3, 4 класлы була алған, ләкин бөтә типтарҙа ла уҡыу курсы 6 йыл тәшкил иткән. 2 класлы Ҡ.у. 1‑се класс курсы — 4, 2‑се кластыҡы — 2 йыл, 3 класлыла — һәр береһендә 2‑шәр йыл, 4 класлыла тәүге 2 класс — 2‑шәр йыл, 3‑сө һәм 4‑се кластарҙа һәр береһендә берәр йыл булған. Уҡыу программаһына Алла Ҡануны, уҡыу, урыҫ теле, арифметика, ғәмәли геометрия, география, дөйөм тарихтан тейешле мәғлүмәттәр м‑н ватан тарихы, һыҙма, рәсем, гимнастика, тәбиғәтте өйрәнеү, физика һ.б.; мәжбүри булмаған предметтар иҫәбенә музыка, гигиена һәм медицина, бухгалтерия, баҡсасылыҡ һ.б. ингән. Уҡытыуҙың класлы системаһын (бер класта бер йәки ике уҡытыусы бөтә предметтарҙы ла алып бара) һуңынан предметлыға алмаштыралар. Ҡ.у. күбеһендә төрлө проф. кластар, бүлексәләр, оҫтаханалар, ш. уҡ өлкәндәр өсөн йәкшәмбе һәм киске курстар ойошторола. Тамамлаусылар түбәнге проф. мәктәптәргә йәки 1 йәки 2 йыллыҡ пед. курстарға инергә хоҡуҡ алған. 1912 й. Ҡ.у. юғары башланғыс училищеларға үҙгәртелә (1918 й. бөтөрөләләр). Уралда Ҡ.у. ҡалаларҙа ғына түгел, тау заводсылығы ҡасабаларында һәм ҙур ауылдарҙа ла эшләгән, уларҙа бөтә ҡатлам балалары ла уҡый алған. Өфө губернаһында 1911 й. 4 класлы 18, ш. иҫ. Асҡын (1909 й. асылған), Баҡалы (1907), Бәләбәй (1886), Бөрө (1905), Дәүләкән (1908), Ҡ.у. була.
Әҙәб.: Сафронова А.М. Сельская школа на Урале в XVIII—XIX вв. и распространение грамотности среди крестьян. Екатеринбург, 2002.
А.Ф.Илтенбаев
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина