Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗООЦИДТАР

Просмотров: 1556

ЗООЦИДТАР (зоо... һәм лат. сaedo — үлтерәм, итәм), зарарлы умыртҡалы хайуандарҙы юҡ итеү өсөн ҡулланылған пестицидтар төркөмөнә ҡараған химик препараттар. Кимереүселәргә, башлыса ҡомаҡтарға (ратицидтар) ҡаршы ҡулланылған родентицидтар, ҡоштарға ҡаршы — авицидтар, балыҡтарға ҡаршы ҡулланылған ихтиоцидтар З. ҡарай. Хайуан организмына аҙыҡ м‑н эләгеп, уның һәләк булыуына килтергән родентицидтар киң ҡулланыла. Киҫкен (мышаяҡтың ҡайһы бер берләшмәләре, цинк фосфиды һ.б.) һәм хроник (антикоагулянттар) тәьҫирле родентицидтарҙы айыралар. Хәҙерге заман родентицидтарынан хроник тәьҫирле препараттар (бродират, варат, клерат, норат, раттидион, шторм һ.б.) ҡулланыла. Был препараттарҙың, элегерәк ҡулланылғандары (крысид, цинк фосфиды) м‑н сағыштырғанда, кеше өсөн зарары аҙыраҡ. Ауыл хужалығы ерҙәрендә, урман һыҙаттарында, сәнәғәт пр‑тиеларында, келәттәрҙә, һаҡлағыстарҙа, торлаҡ йорттарҙа, мал аҙығы цехтарында һ.б. урындарҙа алдатҡыс ем сифатында ҡыяҡлылар (арыш, бойҙай, кукуруз, һоло һ.б.) орлоғо, ағыулы алдатҡыс ем, әҙер иген бөртөктәре, брикет рәүешендәге икмәк валсығы, ит һәм балыҡ фарштары һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 1975—92 йй. Дәүләкән производство биология лаб. етештереү күләме йылына 22 тоннаға еткән иген бактороденциды әҙерләнгән. З. ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге Үҫемлектәрҙе һаҡлау станцияһында (Е.Н.Андреева, А.В.Коровкина, Р.З.Рьянов) өйрәнелә.

Әҙәб.: Ганиев М.М., Недорезков В.Д., Ганиев Р.М. Защита овощных культур. Уфа, 2001.

М.М.Ғәниев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019