Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМОВ Ғәли Ғизетдин улы

Просмотров: 1966

ИБРАҺИМОВ Ғәли Ғизетдин улы (16.1.1919, Стәрлетамаҡ ҡ. – 26.11.1989, Өфө), яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1951), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1959) тамамлаған. 1946 й. алып Ишембай нефть техникумында уҡыта. 1947 й. башлап “Совет Башҡортостаны” гәз. үҙ хәбәрсеһе, 1950 й. — бүлек мөдире, яуаплы секретары; 1959 й. алып “Ағиҙел” ж. мөхәррир урынбаҫары, 1965—73 йй. яуаплы секретары. “Бер полк кешеләре” исемле тәүге китабы 1956 й. сыға. И. ижады тематика төрлөлөгө, характерҙар масштаблығы, үҙенсәлекле теле м‑н айырылып тора. “Йәшен ташы” (1962) һәм “Иҙел егете Илғужа” (1964) повестары геройҙары — үҙ эштәренең йәш энтузиастары. “Умырзая” (1968) һәм “Ай битен йыуғанда” (1972) дилогияһында 20 б. 30‑сы йй. соц. ҡаршылыҡтар, башҡ. ауылының һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы тормошо һүрәтләнә. Яҙыусының башҡ. халҡының үткәненә булған ҡыҙыҡһыныуы Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡиғалары, Кинйә Арыҫлановтың тормошо һәм эшмәкәрлеге сағылдырылған “Кинйә” (3 китапта, 1977—2003) тарихи романында күренә. И. әҫәрҙәрен Р.Б.Әхмәтов урыҫ теленә тәржемә иткән. Роман б‑са 1988 й. ш. уҡ исемле күп сериялы нәфис фильм төшөрөлгән (реж. Ә.Ғ.Абдразаҡов; БАССР-ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты). БАССР‑ҙ ың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1983). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), “Почёт Билдәһе” (1986) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Стәрлетамаҡ ҡ. советы уның исемендәге премия булдырған (1996 й. алып бирелә).

Әҫәрҙ.: Дуҫтар сафында. Өфө, 1960; Подъём: повести. Уфа, 1966.

Әҙәб.: Аралбай Ҡ. Тамырҙарға тоғролоҡ //Ағиҙел. 2004. №1; Ҙур йылғалар аға тын ғына: Ғәли Ибраһимов хаҡында иҫтәлектәр. Өфө, 2006.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.12.2019
Связанные темы рубрикатора: