Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН ТАТАРҘАРЫ КОНГРЕСЫ

Просмотров: 1427

БАШҠОРТОСТАН ТАТАРҘАРЫ КОНГРЕСЫ, Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли мәҙәниәтен, телен һәм әҙәбиәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында төҙөлгән ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1997 й. Башҡортостан татарҙарының 1‑се съезында ойошторола. Б.т.к. — Бөтә донъя татарҙары конгресын, БР Халыҡтары ассамблеяһын ойоштороусыларҙың береһе. Б.т.к. идаралығының юғары органы — съезд (4 йылға 1 тапҡыр саҡырыла); съездар араһында — Башҡарма ком‑т (структураһына мәғариф, мәҙәниәт, эшҡыуарлыҡты һәм бизнесты үҫтереү, киң мәғлүмәт саралары, сит илдәге ватандаштар, йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре м‑н бәйләнеш б‑са комиссиялар инә). Б.т.к. Башҡортостанда татар теле, татар тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫеше концепцияларын төҙөй; татар әҙәбиәте, сәнғәте, тарихы һәм мәҙәниәте вәкилдәре иҫтәлегенә конф., юбилей кисәләре үткәрә. Б.т.к. ярҙамында “Өмет” гәз. һәм “Тулпар” ж., Ғ.Туҡайҙың тыуған көнө айҡанлы йыл да үткәрелгән шиғриәт кисәһе ойошторола; “Нур” театры асыла; “Туган тел” (2 йылға 1 тапҡыр), “Наурыз гүзәле” (йыл һайын) һ.б. конкурстар үткәрелә. Башҡарма ком‑т эргәһендә “Азатлык” БР татар йәштәре, “Сәхибъямал” татар ҡатындары, БР яҙыусылар союздары эшләй. Ойошма м‑н Т.А.Ғәлиев, Р.Р.Ғәлләмов, Э.Ш.Хәмитов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Ҡ.Әмиров

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: