Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҢҒЫР-МӘНӘҮЕЗ

Просмотров: 987

ҠЫҢҒЫР-МӘНӘҮЕЗ, Ҡорған, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡыңғыр-Мәнәүез а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 10 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1603 кеше; 1920 — 2042; 1939 — 1658; 1959 — 1658; 1989 — 1284; 2002 — 1344; 2010 — 1323 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, оло йәштәгеләр өсөн приют, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (татар халыҡ театры), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1761 й. керҙәшлек килешеүе һәм 1762 й. Өфө провинция канцелярияһы указы б‑са Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусының Ҡорған а. күсеп килгән яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. Шулай уҡ Ҡыңыр‑ Мәнәүез булараҡ теркәлгән. 1795 й. 42 йортта 255 кеше йәшәгән, 1865 й. 115 йортта — 803 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, күн эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 7 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мануфактура һәм бакалея кибеттәре, 7 һыу тирмәне теркәлгән. Х.С.Фәритов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019