Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОМБИНАЦИЯЛАУ

Просмотров: 1566

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОМБИНАЦИЯЛАУ, бер‑береһе м‑н техник, иҡтисади һәм ойоштороу яғынан тығыҙ бәйле булған, бер ерҙә урынлашҡан производстволарҙың берҙәм комплексын булдырыуға нигеҙләнгән производствоны концентрациялау формаһы. Производствоны вертикаль (продуктты эшкәртеүҙең бер‑бер артлы стадиялары берләшеүенә нигеҙләнә), горизонталь (сеймалды комплекслы файҙаланыу нигеҙендә) һәм ҡатнаш (вертикаль һәм горизонталь комбинациялау берләшмәһе) комбинациялау айырыла. Производствоның һөҙөмтәле булыуын арттырыуға, етештереү көстәрен рациональ урынлаштырыуға һәм территориаль- производство комплекстарын үҫтереүгә булышлыҡ итә; производствоны берләштереү һәм махсуслаштырыу (ҡара: Производствоны махсуслаштырыу) м‑н тығыҙ бәйле. Етештереү факторҙары хаҡын бер үк ваҡытта технологик яҡтан бер‑береһенә бәйле булған производстволарға индереү продукцияның үҙҡиммәте кәмеүенә алып килә. П.к. ваҡытында производство процестарының өҙөлмәүе етештереү циклының оҙайлығын кәметә, комбинацияланмаған производстволар м‑н сағыштырғанда продукция сығарыуҙы арттыра. Башҡортостан пр‑тиеларында П.к. баҙар конъюнктураһын иҫәпкә алып ҡулланыла. Мәҫ., ААЙ араһында производствоны вертикаль комбинациялау — “Уфаоргсинтез” пр‑тиеһына; горизонталь комбинациялау — “Уфанефтехим”, Өфө нефть эшкәртеү заводына, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводына; ҡатнаш комбинациялау Белорет металлургия з‑дына, “Газпром нефтехим Салават” пр‑тиеһына хас.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019