Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОНЦЕНТРАЦИЯЛАУ

Просмотров: 1786

ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОНЦЕНТРАЦИЯЛАУ, етештереү саралары һаны үҫеше һәм продукция берәмегенә уларҙың хаҡы төшөүе иҫәбенә сағыштырма капитал һалыу һәм продукция үҙҡиммәтенең кәмеүенә булышлыҡ иткән ҙур производстволар булдырыу һәм үҫтереү. П.к. интенсив һәм экстенсив варианттары була. П.к. 3 формаһы айырыла: производствоны махсуслаштырыу, производствоны комбинациялау, технологик яҡтан бер‑береһенә бәйле булмаған производстволарҙы берләштереү. П.к. иң һөҙөмтәле булған 1‑се формаһы юғары етештереүсәнле махсус ҡорамал ҡулланырға мөмкинлек бирә (П.к. интенсив варианты). БР‑ҙа был форма машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү пр‑тиеларында өҫтөнлөк итә: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, “Гидравлика”, “Автонормаль” һ.б. П.к. 2‑се формаһында иҡт. эффект технологик агрегаттарҙың ҡеүәтен ҙурайтыу иҫәбенә алына: ҡулайламаларҙың етештереүсәнлеге амортизация суммаһына, ремонт сығымдарына һәм ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереүгә, эш хаҡына ҡарағанда тиҙерәк үҫә, был етештереү сығымдарын кәметә (интенсив вариант). Был форма нефть эшкәртеү сәнәғәте, химия һәм нефтехимия пр‑тиеларына хас: “Газпром нефтехим Салават”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Уфанефтехим”, “Уфаоргсинтез”, Өфө нефть эшкәртеү заводы һ.б. П.к. 3‑сө формаһы хеҙмәт ресурстарының күп булыуы һәм уларҙы бер яҡлы файҙаланыу, хеҙмәтләндереү объекттарын төҙөүгә өҫтәмә аҡса һалыу м‑н бәйле (экстенсив вариант). Төҫлө металлургия пр‑тиелары өсөн хас: Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һ.б.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019