ЗЫЯРАТ
ЗЫЯРАТ (ғәр. зыйара — барыу), мосолман пәйғәмбәрҙәренең, әүлиәләренең, абруйлы дин әһелдәренең, шиғи имамдарының (ҡара: Шиғисылыҡ) ҡәберенә, Төньяҡ Африкала — суфый шәйехтәре (ҡара: Суфыйсылыҡ) иҫән саҡта улар янына сәфәр ҡылыу. З. айырым төрө — Мәҙинә ҡ. (Сауд Ғәрәбстаны) хаждан һуң Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡәберенә барыу. Башҡорттарҙа һ.б. төрки телле халыҡтарҙа зыярат ҡылыу туған‑тыумасаңдың һәм яҡындарыңдың ҡәберенә барыуҙы аңлата. Ғәҙәттә, мосолман байрамдары (Ураҙа байрамы, Ҡорбан байрамы, Мәүлит байрамы һ.б.) ваҡытында З. ҡылалар. Ҡағиҙә булараҡ, Ҡөрьән сүрәләре уҡыуҙан, доға ҡылыуҙан, ҡәберҙе тәрбиәләүҙән һәм уның тирәләй йөрөүҙән, бәрәкәт һәм көндәлек эштәрҙә ярҙам алыу маҡсатында ҡорбан салыуҙан һәм хәйер таратыуҙан тора. З. — исламда урындағы дини инаныуҙар (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар) йоғонтоһонда ярайһы уҡ һуң барлыҡҡа килгән күренеш. Юғары мосолман руханиҙары вәкилдәре З. хупламаған, уны исламға ҡаршы килгән бидғәт (яңылыҡ) тип һанаған. 19 б. уртаһы — 20 б. башында З. ҡылыуҙы тыйған фәтүәләр сығарыла, шуға ҡарамаҫтан, ҡәберҙәргә сәфәр ҡылыу абруйлы дин әһелдәре тарафынан рөхсәт ителә тип һаналған. Башҡортостанда айырыуса ныҡ хөрмәт ителгән 90‑дан ашыу ҡәбер билдәле. Улар араһында — Шишмә р‑нындағы Аҡзыярат комплексы (Хөсәйенбәк кәшәнәһе һәм Аҡһаҡ Тимерҙең 6 яугирының ҡәбере), Ауырғазы р‑ны Яңы Тимешкә а. эргәһендәге Йәғәфәр ишан, Хәйбулла р‑нында Ғатаулла ишан (ҡара: Ғ.Әбделмаликов), Баймаҡ р‑нында Мөжәүир хәҙрәт (ҡара: М.Сиражетдинов) ҡәберҙәре, Дәүләкән р‑нында Йөрәктау, Учалы р‑нында Әүеш, Бөрйән р‑нында Мәсем, Благовар р‑нында Һынташ, Ишембай р‑нында Торатау битләүҙәре һәм түбәләрендәге, Бишбүләк р‑ны Ҡунаҡҡол, Ғафури р‑ны Йөҙимән аа. эргәһендәге исемһеҙ әүлиә ҡәберҙәре һ.б. Башҡорт телендә һ.б. ҡайһы бер төрки телдәрҙә “зыярат” ш. уҡ ҡәберлекте аңлата.
Әҙәб.: Ахмеров Р.Б. Наскальные знаки и этнонимы башкир: (из записок историка-краеведа). Уфа, 1994; Юнусова А.Б. Ислам в Башкортостане. М., 2007.
А.Б.Юнысова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина