КИЛМӘК НУРЫШЕВ
КИЛМӘК НУРЫШЕВ, башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто. Батыр. Абыҙ. Башҡорт ихтилалында (1704—11), баш күтәргән башҡорттарҙың илселеге составында Ҡырымда төрөк солтаны һәм Ҡырым ханы м‑н һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Бөтә башҡорт йыйынын үткәреү инициаторҙарының береһе (1734 й. дек.), унда яңы ихтилал башлау т‑да ҡарар сығарыла. Нуғай даруғаһында 3 меңлек отряд йыя, 1735 й. июнендә көрәш башлай. Июль башында Ергән тауынан көньяҡтараҡ Чириков командаһын тар‑мар итә, сент. алып Аҡай Күсемов м‑н берлектә Өфө янында һуғыша. 1736 й. 29 июнендә Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында К.Н. отряды А.И.Румянцев етәкс. хөкүмәт ғәскәренә һөжүм итә һәм уны тар‑мар итә. 1737 й. февр. башында Табын ҡәлғәһендә ҡулға алына һәм Өфөгә, унан — Минзәләгә, 1738 й. С.‑Петербургҡа оҙатыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. И.М.Аҡъюлов