КӨНТҮГЕШ, Балтас р‑нындағы ауыл
КӨНТҮГЕШ, Балтас р‑нындағы ауыл, Көнтүгеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 82 км алыҫлыҡта Маты й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 906 кеше; 1920 — 1046; 1939 — 799; 1959 — 570; 1989 — 346; 2002 — 276; 2010 — 247 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.
Ауылға Себер даруғаһы Ҡара-Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1711 й. алып билдәле. 1735 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр, һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 18 йортта 127 кеше йәшәгән, 1865 й. 76 йортта — 483 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, һатыуға ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 3 бакалея кибете теркәлгән. В.Х.Хәмәев ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов