Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОҘАЯРОВ Ғабдулла Хәбир улы

Просмотров: 1676

ҠОҘАЯРОВ Ғабдулла Хәбир улы [7.6.1899, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аблай а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 14.9.1984, Өфө], офтальмолог. Мед. ф. д‑ры һәм проф. (1962). РСФСР‑ҙың (1973) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың (1957) һәм БАССР‑ҙың (1940) атҡ. табибы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1926) 1931 й. тиклем һәм 1933—55 йй. Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда: 1943 й. алып бүлек мөдире, 1945 й. — дир., бер үк ваҡытта 1937—80 йй. БДМИ‑ла (1955—75 йй. күҙ ауырыуҙары каф. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге күҙ ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеүгә арналған. Ҡ. тарафынан балаларҙың, нефтехимия һәм химия сәнәғәте пр‑тиеһы хеҙм‑рҙәренең күҙҙәренең функциональ торошон өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр уҙғарыла. Уның етәкс. трахома, глаукома, тыумыштан килгән катаракта, күҙ йәрәхәттәрен оператив дауалау, өлөшләтә үтәнән‑үтә кератопластика ҡулланғанда трансплантат беркетеү ысулдары һ.б. эшләнә һәм камиллаштырыла. Ҡ. тарафынан эшләнгән трахомаға ҡаршы саралар системаһы БАССР‑ҙа, СССР‑ҙың башҡа өлкәләрендә, сит илдәрҙә ауырыуҙы бөтөрөүҙә ҡулланыла. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н офтальмологтары йәмғиәте рәйесе (1953—75). Ленин (1961), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә Ҡ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Уның исемендәге премия булдырылған.

Хеҙм.: Биомикроскопические изменения роговой оболочки при трахоме. Уфа, 1939.

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019