Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘҒБӘ

Просмотров: 1626

ҠӘҒБӘ (ғәр. — куб), исламдың иң мөҡәддәс урыны, бөтә мосолмандар ҙа намаҙ ваҡытында уның яғына йөҙөн бора. Ҡ. Мәккә ҡ. (Сәғүд Ғәрәбстаны) төп мәсеттең (әл-Мәсжид әл-Харам) уртаһында урынлашҡан, бейеклеге 15 м, нигеҙе 12×10 м куб рәүешендәге таш бина. Ғәҙәттә Ҡ. ҡара, хаж ваҡытында аҡ япма (кисва) м‑н ҡаплап ҡуйыла, япмаға алтын еп м‑н аяттар сигелгән. Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем Хижаз провинцияһында йәшәгән мөшриҡ ҡәбиләләрҙең төп мөҡәддәс урыны була, ислам уның мөҡәддәслеген таный. Йыл һайын Ҡ. барыу хаж ҡылыуҙың төп йолаларының береһе. Ҡ. төп табыныу урыны — уның көнсығыш мөйөшөнә беркетелгән “ҡара таш”. Мосолман риүәйәте б‑са, ул — Әҙәмгә Алла тарафынан бүләк ителгән, кешеләрҙең гонаһтарынан ҡарайып бөткән аҡ яҡут. Уның өҫтөнә Әҙәм төҙөгән ҡоролма туфан һыуы ҡалҡҡандан һуң емерелгән. Ибраһим пәйғәмбәр (Библияла Авраам) һәм уның улы Исмәғил Алла ихтыяры б‑са Ҡ. нигеҙен тергеҙә, шунан һуң пәйғәмбәр бөтә диндарҙарға Ҡ. хаж ҡылырға васыят итә. Легенда б-са, Ҡ. тышында, уның төньяҡ‑көнсығыш стенаһы буйында, Исмәғил һәм уның әсәһе Хәжәр ерләнгән. Ҡ. бөтә донъя мосолмандарының берҙәмлек символы һанала.

Әҙәб.: Пиотровский М.Б. Коранические сказания. М., 1991.

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: