ЛЕКТИНДАР
ЛЕКТИНДАР (лат. lego — һайлайым, йыям), биополимерҙарҙа углеводтарҙы йәки уларҙың ҡалдыҡтарын үҙенсәлекле һәм ҡайтмалы итеп бәйләү үҙенсәлегенә эйә булған аҡһымдар. Алыныу сығанағына ҡарап бакто‑, зоо‑, мико‑ һәм фитолектиндарҙы айырып йөрөтәләр. Л. структураһы күп төрлө, мол. м. 5‑тән алып 400 меңгә тиклем, молекулаларында 1—20 һәм унан да күберәк субберәмек бар. Күпселек Л. — гликопротеиндар, күбеһенең составында биол. активлыҡ күрһәтеү өсөн мөһим булған координацион рәүештә бәйләнгән Са2+ һәм Мn2+ бар. Функциялары уртаҡлығын һәм углеводтарының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, хайуандарҙан алынған [S‑лектиндар — эрей торған Л. (галектиндар, S‑Lac‑лектиндар), Са2+ бойондороҡло Л. — Слектиндар (се-, коллектиндар), аннексиндар, I‑лектиндар (сиглектар, лекзимдар)], эхинодерма Л. (умыртҡаһыҙҙарҙыҡы); үҫемлектәрҙән алынған [ҡуҙаҡлылар (борсаҡ, кәрешкә һ.б.) Л., кенә уты Л. (рицин), бойҙай һәм башҡа үҫемлектәр емшәненән алынған Л.] Л. айырып йөрөтәләр. Л. бер нисә үҙенсәлекле иммунологик реакцияны; күҙәнәктәр, ш. иҫ. эритроциттар, агглютинацияһын (бергә йәбешеү), гликопротеиндар һәм полисахаридтар преципитацияһын (ултыртыу), Л. активлығын гаптендар ярҙамында баҫтырыуҙы бирә. Ҡайһы бер Л. яман шеш күҙәнәктәренең һайланма агглютинацияһын тыуҙыра. Л. интакт йәки модификацияланған эритроциттарҙың агглютинация реакцияһын тыуҙырып асыҡлайҙар; таҙартыуҙы аффин хроматография ярҙамында, сорбенттар сифатында йөрөтөүселә иммобилизацияланған полисахаридтарҙы, гликопротеиндарҙы һәм синтетик углеводтарҙы ҡулланып башҡаралар. Л. иң мөһим сығанаҡтары — үҫемлектәрҙең, бигерәк тә ҡуҙаҡлыларҙың орлоғо. Фитолектиндар орлоғо һаҡлам һәм бәйләүсе материалы функцияһын башҡара; углеводтарҙы күсереүҙе, бактерияларҙан һәм бәшмәктәрҙән һаҡлауҙы тормошҡа ашыра, симбионт- бактерияларҙы (мәҫ., азот туплаған бактериялар) таныу һәм йөрөтөүсе үҫемлектең тамыр епсәләренә беркетеүҙә ҡатнаша. Л. һәм ферменттарҙың домен үҙәктәре углевод—аҡһым үҙ-ара тәьҫир итешеүендә махсус лигандалар булған олигосахаридтарҙа билдәле бер углевод эҙмә-эҙлелектәрен детекторлаусы һиҙгер биосенсор булараҡ сығыш яһай. Л. һәм уларҙың лигандаларының цитоплазма мембранаһындағы экспрессияһы, уларҙың арауыҡта ойошторолошо күҙәнәктең, туҡыманың һәм ағзаның функциональ хәленә йоғонто яһаған форма яһағыс фактор булып тора. Аҡһым—углеводтың үҙ-ара тәьҫир итешеүе иммун системала төрлө функциялар башҡара. Эндоген Л. патогендарҙы таныу һәм күҙәнәк-ара тәьҫир итешеүҙе тәьмин итә. Л. биотехнологик процестарҙа ҡатмарлы углеводлы матдәләрҙе айырып алыу өсөн ҡулланырға мөмкин. Л. углеводлы үҙенсәлеге һәм төрлө ҡан төркөмө эритроциттары м‑н үҙ-ара тәьҫир итешеүгә һәләтле рецепторҙарҙың булыуы Л. айырым кешеләр өсөн дарыу препараттары итеп ҡулланыуға шарттар тыуҙыра. Л. метаболизмды көйләүҙә, үҫемлектәрҙең детоксикация процестарында ҡатнаша, митоген һәм үҫеште көйләүсе үҙенсәлектәргә эйә, үҫемлектәр фитопатогендар м‑н зарарланған осраҡта сигнал молекулалар булып хеҙмәт итә.
Башҡортостанда Л. 20 б. 80‑се йй. Биохимия һәм цитохимия бүлегендә (ҡара: Биохимия һәм генетика институты) А.М.Ямалиев өйрәнә башлай. Ф.М.Шакирова етәкс. бойҙай бәбәгенән алынған Л. төрлө стресс булғанда һаҡлаусы һәм үҫеште көйләүсе активлығы, ш. уҡ экзоген Л. репарацион үҙенсәлектәре һәм уларҙың үҫемлектәрҙәге төрлө гормональ үҙгәрештәр м‑н бәйле булыу мөмкинлеге өйрәнелә.
Башҡорт дәүләт университетында (А.А.Ямалиева) эндоген фитолектиндарҙың үҙенсәлеге һәм күп функциялылығының молекуляр нигеҙҙәрен, уларҙың рецептор- лиганда үҙ-ара бәйләнештәрендә һәм патогенез осрағында организмдың һаҡлаусы реакцияларын индукциялағандағы ролен өйрәнәләр; тәүге тапҡыр үҫемлектәрҙең ағзалары һәм туҡымалары Л. углеводтарының үҙенсәлеклелеге һәм аминокислоталарҙыңонтогенездағы аҙаҡҡы N ҡалдыҡтары б‑са айырмалылығы билдәләнә; Медицина университеты, Нефтехимия һәм катализ институты (У.М.Джемилев, В.Н.Одиноков һ.б.) хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә дарыу үҫемлектәре Л., ш. уҡ бойҙайҙың йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығына йоғонто яһаған хлорофилл-аҡһым комплекстарының синтетик протектанттар һәм экдистероидтар тәьҫирендә активлығы үҙгәрештәре асыҡлана.
Әҙәб.: Шакирова Ф.М. Неспецифическая устойчивость растений к стрессовым факторам и её регуляция. Уфа, 2001; Ямалеева А.А. Лектины растений и их биологическая роль. Уфа, 2001; Ямалеева А.А., Ямалеев О.А. Молекулярно-генетические механизмы болезнеустойчивости растений. Уфа, 2010.
А.А.Ямалиева
Тәрж. Г.А.Миһранова