Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОЛЕКУЛЯР БИОЛОГИЯ

Просмотров: 1897

МОЛЕКУЛЯР БИОЛОГИЯ, генетик мәғлүмәтте һаҡлау, тапшырыу һәм тормошҡа ашырыу механизмдары, даими булмаған биополимерҙарҙың (аҡһымдарҙың һәм нуклеин кислоталарының) төҙөлөшө һәм функциялары т‑дағы фән. Биохимияның биополимерҙарҙы өйрәнеүсе йүнәлештәренең үҫеше барышында формалаша. Биология, биоинформатика, генетика, микробиология, физика, химия һ.б. фәндәр м‑н бәйле. М.б. мөһим өлкәһе булып ген инженерияһы тора, уның базаһында биотехнология үҫешә. Башҡортостанда М.б. б‑са тикшеренеүҙәр 1956 й. Биология институтында нуклеин алмашыныуы лаб. ойошторған В.Г.Конарев тарафынан башлана һәм Биохимия һәм генетика институтында В.А.Вәхитов, Ф.Р.Ғималов, А.М.Куликов, А.В.Чемерис һ.б. тарафынан дауам ителә. Бойҙайҙарҙың һәм уларҙың ҡырағай туғандарының — эгилопстарҙың рибосомалы РНК (рРНК) гендарының структур-функциональ ойошторолошо өйрәнелә (рРНК гендары һәм уларҙың көйләү өлкәләре клонлаштырыла һәм секвенирлаштырыла, полиплоид бойҙай миҫалында кесе йәҙрәнең өҫтөнлөк итеү тәбиғәте асыла, бойҙайҙың төрлө төрҙәре һәм эгилопстар гендарының промотор өлкәләрендә цитозин ҡалдыҡтары метиллашыуының тәбиғәте һәм кимәле өйрәнелә). Бүлбе бактерияларының углеводтарҙы бәйләү өсөн яуаплы лектин гендары фрагменттары клонлаштырылған һәм секвенирлаштырылған ҡуҙаҡлы үҫемлектәр (30‑ға яҡын төр) м‑н симбиозында атмосфера азотын туплауының молекуляр-биол. аспекттары тикшерелә (А.Х.Баймиев). Ҡайһы бер фармакол. препараттарҙың ҡомаҡтарҙың мейеһендәге күп һанлы гендарҙың экспрессияһына йоғонтоһо өйрәнелә (Ю.В.Вәхитова). Фага векторында составында термостабиль ДНК-полимераза булған клон тиңләштерелгән һәм секвенирлаштырылған Thermus flavus бактерияһының геном китапханаһы булдырыла (Вәхитов, Чемерис һ.б.). Клонлаштырылған гликопротеиндарҙың гендары һәм бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәктең этиологик агенты булған хантавирус нуклеокапсид аҡһымы нигеҙендә ошо вирусҡа ҡаршы ДНК‑вакцинаның прототибы булып хеҙмәт иткән ген инженерияһы конструкциялары уйлап табыла. Биология ин‑ты хеҙм-рҙәре (О.Н.Логинов, Н.Г.Усанов) м‑н берлектә фага векторҙарында Bacillus sp. һәм Paenibacillus macerans бактерияларының геном китапханалары булдырыла. Был бактерияларға скрининг үткәреү һөҙөмтәһендә крахмалды цикллы олигосахаридтарға — циклодекстриндарға әйләндереүсе бета- һәм альфа-циклодекстринглюканотрансферазаларҙың гендары асыла, субклонлаштырыла һәм секвенирлаштырыла. Биохимия һәм генетика ин‑тында Вәхитов етәкс. бөтә ҡатмарлылыҡ кимәлендәге организмдарҙың, ш. иҫ. кеше гендары һәм геномдарының, структур-функциональ ойошторолошо б‑са ғилми мәктәп эшләй; бактериялар, вирустар, хайуандар, үҫемлектәр ДНК‑һының айырым гендарының һ.б. фрагменттарының 90‑дан ашыу нуклеотид эҙмә-эҙлелеге билдәләнгән һәм халыҡ-ара мәғлүмәт банкыларында теркәлгән. Биология ин‑тында цикллы диген системалар ярҙамында гендар экспрессияһы м‑н идара итеү (Р.Н.Чураев) һәм төрлө тәбиғәтле ксенобиотиктарҙың рекомбинант штамм-деструкторҙарын уйлап табыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Т.В.Маркушева).

А.В.Чемерис

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019