МӘҒЛҮМӘТ ХЕҘМӘТЕ КҮРҺӘТЕҮ
МӘҒЛҮМӘТ ХЕҘМӘТЕ КҮРҺӘТЕҮ, һорау темаһына ярашлы ҡулланыусыларға мәғлүмәт биреү. Мәғлүмәтте 3 төп төркөмгә бүләләр: эш, ғилми тармаҡ өсөн һәм киң күләмле. М.х.к. төрҙәре: китапханала әҙәбиәт йәки архивта документтар биреү, фактографик йәки библиографик белешмәләр төҙөү, темалар б‑са материалдар (публикациялар, ғилми отчёттар, рефераттар) туплау, аналитик күҙәтеүҙәр яҙыу, консультация биреү һ.б. Мәғлүмәт массивтарын (архив һәм китапхана фондтары, мәғлүмәт банкылары һәм базалары (ҡара: Мәғлүмәттәр базаһы) һ.б.) булдырыу м‑н мәғлүмәт агентлыҡтары, архивтар, китапханалар, бюролар, мәғлүмәт үҙәктәре, тармаҡ ин‑ттары, теркәү палаталары, белешмә хеҙмәттәре һ.б. шөғөлләнә. Электрон мәғлүмәт базалары (библиографик, рефератив, тулы текслы, фактографик һ.б.) һәм автоматлаштырылған мәғлүмәт системалары (мәғлүмәт базаларында тупланған мәғлүмәт һәм уны эшкәртеүҙе тәьмин итеүсе мәғлүмәт технологиялары һәм техник саралар йыйылмаһы) киң таралған. Мәғлүмәт структуралары һәм мәғлүмәт селтәрҙәре йыйылмаһы иҡтисад эшләһен өсөн кәрәкле булған инфокоммуникатив инфраструктураны хасил итә. БР‑ҙа М.х.к. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, БР ФА‑ның “Баштехинформ” респ. фәнни-технология һәм мәғлүмәт комплексы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Милли китапхана, Үҙәк тарих архивы, Респ. кредит тарих‑ тары бюроһы, “Акцент Плюс”, “Гарант-Регион”, “Респект”, “Киләсәк мәғлүмәте” хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәктәре, “Служба 50”, “Яңы Өфө”, “Ҡала белешмәһе” һ.б. телефон-белешмә хеҙмәттәре тарафынан күрһәтелә. Респ. махсус журналдар [мәҫ. “Товары и услуги Башкортостана” (“Башҡортостан тауарҙары һәм хеҙмәттәре”), “Строительный рынок Башкортостана” (“Башҡортостандың төҙөлөш баҙары”)] һәм көндәлек реклама-мәғлүмәт гәзиттәре сыға. Мәғлүмәт биреү хеҙмәтен 100‑гә яҡын пр‑тие башҡара (ҡара: “Башинформсвязь”). Күп кенә пр‑тие һәм ойошмаларҙың Интернет селтәрендә мәғлүмәт сайттары бар, электрон почта м‑н файҙаланалар. Селтәрҙә мәғлүмәтте табыу мәғлүмәт эҙләү порталдары, мәҫ. www.bashkortostan.ru, булыуы арҡаһында еңелләшә.
В.Н.Кружков
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина