Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИПОТЕКА

Просмотров: 1306

ИПОТЕКА (гр. hypotheke — залог, заклад) кредит алыу маҡсатында күсемһеҙ мөлкәтте залогҡа һалыу; ҡағиҙә булараҡ, был мөлкәткә залогҡа алыусы кредитор хужа булмай. И. кредиттары күсемһеҙ милек объекты, бурысҡа алыусылар төрө, бурысты ҡаплау ысулы б‑са айырыла. И. Рәсәйҙә 18 б. уртаһында ергә хо- суси милек хоҡуғы барлыҡҡа килгәндән һуң формалаша башлай. Өфө губ. И. тибы б‑са ойошторолған тәүге кредит учреждениеһы булып Крәҫтиән ер банкыһының (1883) Өфө бүлексәһе торған, ул күскенселәр өсөн ер алыу эшен тәртипкә һалыуға һәм еңеләйтеүгә булышлыҡ иткән. Революциянан (1917) һуң И. кредиты системаһы бөтөрөлә һәм 20 б. 90‑сы йй. яңы үҫеш ала.

БР‑ҙа бигерәк тә торлаҡ алыуға И. киң таралған. 2011 й. 35 банк һәм уларҙың филиалдары 15685,4 млн һумға 17566 торлаҡ И. кредиты биргән. Кредиттарҙың дөйөм күләменең (73,7%) төп өлөшө “Рәсәй һаҡлыҡ банкыһы” (49,8%), “УРАЛСИБ” (7,5%), “Газпромбанк” (5,9%), “Минең банк. Ипотека” (3,9%) ААЙ‑лары, “ВТБ 24 банкыһы” ЯАЙ (6,6%) тарафынан бирелгән.

Л.Р.Ҡорманова, В.И.Харисов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: