Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМБАР-ЯНЫБАЙ БИЛӘНЕ

Просмотров: 917

КАМБАР-ЯНЫБАЙ БИЛӘНЕ, Волга‑Урал антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле тоташтырыусы тектоник структура. Р.О.Хачатрян тарафынан айырып күрһәтелә (1979). Е.В.Лозин (1994) һ.б. өйрәнә. Өҫкө вендтың структуралы ҡатында айырыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Удмуртияның көньяҡ-көнсығышында, Пермь крайының көньяғында урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайышта һәм көньяҡта — Уҫы-Ҡалтасы бөгөлө, көнбайышта — Нема-Әлмәт массивының Удмурт структура суҡағы, төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта — Бородулино‑Тимшер перикратон уйпатлығы, көнсығышта Осинцев көмбәҙе менән сиктәш. Билән 60—450 м ҡалынлыҡтағы ҡайыр свитаһы тоҡомдарынан тора. К.‑Я.б. формалашыуы оҙайлы тәнәфестән һуң ултырма бассейндың яңынан барлыҡҡа килеүе менән бәйле. 

  Әҙәб.: Хачатрян Р.О. Тектоническое развитие и нефтегазоносность Волжско‑Камской антеклизы. М., 1979.

Е.В.Лозин

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.10.2022
Связанные темы рубрикатора: