Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КВАРЦИТ, тау тоҡомо

Просмотров: 1165

КВАРЦИТ, метаморфик тау тоҡомо. Кварцтан (70—100%), төрҙәрен (мусковитлы, биотитлы, гематитлы, графитлы, гранатлы һ.б.) билдәләгән башҡа минералдарҙың ҡушылдыҡтарынан тора. К. структураһы гранобластлы; текстураһы массив, һыҙыҡлы. Төҫө асыҡ һоронан ҡуйы һороға тиклем. Сағыу ал, ҡыҙыл‑көрән, алһыуыраҡ төҫтәрҙе гематит йәки лимонит ҡушылдыҡтары бирә. К. динаслы утҡа сыҙамлы әйберҙәр эшләү өсөн һәм төҙөлөш, биҙәү, йөҙләү таштары сифатында файҙаланыла. К. менән метаморфизм юлы менән барлыҡҡа килгән тимер мәғдәне ятҡылыҡтары, рутил, циркон һибелмәләре һ.б. бәйле. БР‑ҙа К. белорет метаморфик комплексында, мәҡсүт метаморфик комплексында, һәүәнәк метаморфик комплексында киң таралған. Башҡорт мегантиклинорийында Егәлгә, Йәндек, Уйташ, Әүәләк һырттары, Кирәл, Малиновая һ.б. тауҙар К. тора. К. Машаҡ, Кирәл, Малиновая тауы һәм Морон ятҡылыҡтары (бөтәһе лә — Белорет районы) разведкаланған.

Әҙәб.: Минерально-сырьевая база местных строительных материалов Башкирской АССР. Уфа, 1958.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.09.2022
Связанные темы рубрикатора: