Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕМБРИЙ

Просмотров: 1394

КЕМБРИЙ (латинса Cambria — Уэльстың боронғо атамаһы), кембрий системаһы (осоро), палеозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 542±1,0 млн йыл, тамамланыуы — 488±1,7 млн йыл. 1835 й. Уэльста А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. 3 бүлеккә (дәүер) бүленә: аҫҡы, урта, өҫкө. К. ултырмалары барлыҡ континенттарҙа таралған. Осорҙоң башына киң трансгрессия хас, континенттарҙың күп өлөшөн бай фауналы йылы диңгеҙҙәр ҡаплай; осор уртаһы өҫкө дәүер башында ла дауам иткән диңгеҙ бассейнының кәмеүе менән характерлана. К. ҡалын тоҙ ҡатлауҙарын туплау процесы бара, был эҫе ҡоро климатҡа һәм ваҡыты менән Донъя океанынан айырылған һай диңгеҙ бассейндарына тауҙар барлыҡҡа килеү процесы тәьҫир итеүенә бәйле булырға мөмкин. К. — хайуандар донъяһының ҡырҡа, үтә тиҙ үҫеше осоро. Системаның аҫҡы сиге һөлдәле формаларҙың тәүге ҡаҙылдыҡтары осрай башлау менән үткәрелә: бигерәк тә аҫҡы К. хас булған археоциаттар, гастроподтар, радиолярийҙар, болоттар, брахиоподтар, трилобиттар, остракодтар, эсәкҡыуышлылар, ҡорттар, энәтиреләр. К. аҙағына фаунаның бөтә төрҙәре лә тиерлек барлыҡҡа килә. Флораһы зәңгәрһыу йәшел һәм ҡыҙыл ылымыҡтарҙан, фитопланктон төрҙәренән (акритархтар) тора; примитив ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр барлыҡҡа килә. К. осоронда Башҡортостан территорияһы башлыса күтәрелеү процесына һәм эрозияға дусар була, һөҙөмтәлә аҫҡы К. медногор һәм өҫкө К. тирәкле горизонттары бүленгән Һаҡмар зонаһынан башҡа ҡатламдар һаҡланмай, әммә был горизонттарҙың йәше бәхәсле булып ҡала.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022
Связанные темы рубрикатора: