ЛАВСОНИТ, минерал
1433
ЛАВСОНИТ (Лаусон фамилияһы буйынса), минерал, һыулы кальций алюмосиликаты, CaAl2[Si2O7](OH)2•H2O. Призма һәм пластинка рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Төҫө аҡтан алып тоноҡ зәңгәргә тиклем, ялтырауығы быяла кеүектән майлыға тиклем. Ҡатылығы 7; тығыҙлығы 3900 кг/м3. БР‑ҙа мәҡсүт метаморфик комплексының йәшел һәүерташтарында һәм хлоритлы тоҡомдарында осрай. СССР‑ҙа тәүге тапҡыр Уралтау һыртында табылған (1941).
Әҙәб.: А л е к с е е в А.А. Магматические комплексы зоны хребта Урал‑Тау. М., 1976.
А.А.Алексеев
Тәрж. Г.М.Ғәлиева
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.12.2022
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: