Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР

Просмотров: 1374

МАГМАТИК ФОРМАЦИЯЛАР, формалашыуҙарының геотектоник шарттарына бәйле состав дөйөмлөгө хас булған магматик тау тоҡомдарының тәбиғи берләшмәләре; геологик формациялар төрө. М.ф. йыш ҡына үҙ эсенә ултырма тоҡомдарҙы индергән ҡатнаш ассоциациялар барлыҡҡа килтерә. Магматик тоҡомдар өсөн “формация” термины тәүге тапҡыр 19 б. аҙағында Ф.Ю.Левинсон‑Лессинг тарафынан ҡулланыла. Абстракт (формация төрҙәре) һәм конкрет М.ф. айырыла. Абстракт М.ф. — билдәле петрографик составы булған (андезит, гранит һ.б.) магматик тау тоҡомдарының тотороҡло, ҡабатланып торған тәбиғи ассоциациялары. Конкрет М.ф. (абстракт формацияның айырым кәүҙәләнеше) билдәле бер геологик ваҡытта, конкрет төбәктә һәм геотектоник шартта барлыҡҡа килә, структура‑формация зонаһы үҫешендәге бер этаптың үҙенсәлеген сағылдыра (Магнитогорск мегасинклинорийының иртә‑урта девон базальт‑риолит формацияһы һ.б.). М.ф. ике тибы ла башлыса петрографик билдәләре менән айырыла, уларҙың исемендә М.ф. ингән магматик тау тоҡомдары төрҙәренең исемдәре сағыла. Составы һәм сығышы буйынса вулканоген, вулкан‑плутоник һәм плутоник М.ф. бүленә. Көньяҡ Уралда төрлө геодинамик режимлы [континенталь рифтогенез; океан рифтарына үҫешеп барған континенталь рифтар; океан, утрау дуғалы һәм коллизиялы режимдар (ҡара: Вулканизм, Магматизм)] М.ф. бар. М.ф. менән төрлө файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары бәйле: баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары, алтын мәғдәне ятҡылыҡтары, хромит ятҡылыҡтары һ.б., металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар. Башҡортостандың платформалы өлөшөндәге рифей япмаһында оли винлы һәм кварцлы габбро һәм диабаздарҙан торған ҡатлам интрузиялары формаһындағы диабаз (трапп) М.ф. үҫешкән.

  Әҙәб.: К у з н е ц о в Ю.А. Главные типы магматических формаций. М., 1964; Ф р о л о в а Т.И., Б у р и к о в а И.А. Геосинклинальный вулканизм (на примере восточного склона Южного Урала). М., 1977. 

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.03.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: