МИЛЛИ КИЛЕМ
МИЛЛИ КИЛЕМ, макроиҡтисад статистикаһының иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында ла билдәле бер ваҡыт эсендә етештерелгән аҙаҡҡы тауар һәм хеҙмәттәрҙең баҙар хаҡтарында, капитал ҡулланыуға һәм ситләтелгән һалымдар (ҡара: Һалымдар һәм йөкләмәләр) түләүгә киткән сығымдарҙы алып ташлап, сағылдырылған хаҡын дөйөмләштереүсе күрһәткесе. М.к. матди етештереү һәм етештереүгә ҡағылмаған өлкәләрҙәге табышты үҙ эсенә ала, етештерелгәнгә һәм ҡулланыу м‑н туплауға файҙаланылғанға бүленә. Планлы иҡтисад йылдарында М.к. матди етештереү өлкәһендә яңы булдырылған хаҡ булараҡ иҫәпләнә. Тармаҡ-ара баланс мәғлүмәттәренә ярашлы, 1966—93 йй. Башҡортостан М.к. етештереү күләме б‑са, РФ составындағы бөтә респ. уҙып китеп, матди етештереү өлкәһендә мәшғүл булған 1 кешегә иҫәпләнеп етештерелгән М.к. б‑са төп урындарҙы алып тора. Шул уҡ ваҡытта ҡулланыу күләме кеше башына иҫәпләгәндә уртаса союз кимәленән 15— 20%‑ҡа кәмерәк була. 90‑сы йй. башына тиклем М.к. яҡынса 65%‑ы сәнәғәттән, яҡынса 15%‑ы — ауыл хужалығынан, 9%‑ы төҙөлөштән алына; 1995 й. (%) — ошоға ярашлы 45, 12 һәм 7. Баҙар иҡтисадына күскәндән һуң М.к. етештереү өлкәһенә ҡарамаған тармаҡтар табышын иҫәпкә алып ҡарай башлайҙар. 1992 й. алып М.к. м‑н бер рәттән тулайым төбәк продуктын иҫәпләйҙәр.
Әҙәб.: Региональная экономика /К.Н.Юсупов [и др.]. М., 2006.
Ҡ.Н.Йосопов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина