МАЛ АҘЫҠТАРЫ
МАЛ АҘЫҠТАРЫ, ауыл хужалығы малдарын ашатыу өсөн ҡулланылған үҫемлек, хайуан, микробиол. һәм химик сығышлы продукттар. М.а. бер нисә төп төркөмгә бүленә. Йәшел мал аҙыҡтары, консерваланған йәшел М.а. (сенаж, силос, химик консерваланған йәшел мал аҙыҡтары), тәбиғи киптерелгән үлән (бесән, бесән оно), яһалма киптерелгән үлән (үлән оно, үлән гранулалары һәм брикеттары). Бүлбеле тамыраҙыҡтар (гәрәнкә, картуф, кишер, ҡабаҡ, сөгөлдөр һ.б.) һәм уларҙы эшкәртеү продукттары, крахмал‑патока, шәкәр, спирт етештереүҙең (жом, барда, мезга һ.б.) өҫтәмә продукттары. Иген һәм уны эшкәртеү продукттары: иген һәм онталған, бөтөн, иҙелгән орлоҡтар; крахмал‑патока, май экстракциялау һәм он тартыу производстволарының өҫтәмә продукттары (жмых, мучки, дробина, көрпә, шрот һ.б.). Үҫемлекселек һәм урман хужалығының өҫтәмә продукттары: баҫыусылыҡ ҡалдыҡтары (кәбәк, сәкән һабағы, һалам һ.б.); ағас аҙыҡтар (ботаҡтар, япраҡтар һ.б.). Хайуан сығышлы һәм микробиол. синтез юлы м‑н алынған М.а.: һөт һәм уны эшкәртеү продукттары (айыртылған һөт, казеин, май айраны, эремсек һыуы), ит сәнәғәтенең (ҡан, ит, ит-һөйәк оно), балыҡ сәнәғәтенең (балыҡ оно һ.б.) өҫтәмә продукттары, сүпрә бәшмәге, ябай сүпрә һ.б. Ҡатнаш аҙыҡтар: тулы рационлы ҡатнаш аҙыҡтар, концентрат-ҡатнаш аҙыҡтар, мал аҙығы өҫтәмәләре. Биологик актив матдәләр һәм өҫтәмәләр: синтетик азот берләшмәләре (аминокислоталар, аммоний тоҙҙары, карбамид һ.б.), минераль өҫтәмәләр, витаминлы һәм ферментлы препараттар, мал аҙығы антибиотиктары, дарыуҙар. М.а. етештереүҙең нигеҙен баҫыу һәм болон мал аҙығы етештереү тәшкил итә. М.а. туҡлыҡлылығы уның химик составы м-н билдәләнә: ҡоро матдәнең, мал аҙығы берәмегенең, алышыныусан энергияның, протеиндың, алыштырғыһыҙ аминокислоталарҙың, углеводтарҙың (клетчатка, крахмал, шәкәр), макроэлементтарҙың (калий, кальций, көкөрт, магний, натрий, фосфор, хлор), микроэлементтарҙың (баҡыр, йод, кобальт, марганец, селен, тимер, цинк), витаминдарҙың һәм провитаминдарҙың күләме м‑н билдәләнә. М.а. сифат кимәлен һәм туҡлыҡлылығын баһалау “Башҡортостан” агрохимия хеҙмәте үҙәгендә, “Ишембай” агрохимия хеҙмәте станцияһында, Ветеринария лабораторияһында һ.б. үткәрелә. М.а. ашауҙы һәм һеңдереүҙе яҡшыртыр өсөн уларҙы ашатыуға әҙерләүҙең төрлө ысулдары ҡулланыла (сүпрәләү, тоҙлау, экструдирлау һ.б.). 2011 й. респ. бөтә категория хужалыҡтарында М.а. етештерелә (мең т): силос, йәшел мал аҙығына әҙерләнгән кукуруз — 2364, мал аҙығы тамыраҙыҡтары — 226, күп йыллыҡ үләндәрҙең бесәне — 663, бер йыллыҡ үләндәрҙең бесәне — 108, тәбиғи сабынлыҡтарҙың бесәне — 408. М.а. туҡлыҡлылығы, химик составы, М.а. етештереү, әҙерләү һәм һаҡлауҙың энергия һаҡлаған технологияларын уйлап табыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (Н.Г.Сорока, Т.Ә.Фәритов, Ф.С.Хәзиәхмәтов һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (И.Л.Аллабирҙин, М.Ғ.Маликова, Б.Ғ.Шәрифйәнов һ.б.) алып барыла.
Әҙәб.: Ф а р и т о в Т.А. Использование кормовых добавок в животноводстве. Уфа, 2002; ш у л у ҡ. Корма: заготовка, хранение и подготовка к скармливанию. Уфа, 2005.
Т.Ә.Фәритов
Тәрж. Г.А.Миһранова