ИРИКОВ Николай Романович
ИРИКОВ Николай Романович [1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Үрге Ҡаҙарма а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 16.3.1943, Каменная Яруга а., Украина ССР‑ының Тетлега а. ерләнгән], танкист, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. башлап Сталинград, Көньяҡ‑Көнбайыш фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия армияһы 2‑се танк корпусы 169‑сы танк бригадаһы 371‑се танк батальонының танк ком. кесе лейт. И. 1943 й. 16 мартында Каменная Яруга а. эргәһендәге алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1942) орд. м‑н бүләкләнгән. И. исеме бирелгән Йылайыр урта мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Д.К.Үзбәков