МОРФОЛОГИЯ
МОРФОЛОГИЯ (гр. morphеј — форма һәм ...логия) б и о л о г и я л а: материя ойошторолоуҙың төрлө кимәлендәге (организм, ағза, туҡыма, күҙәнәк һәм субкүҙәнәк) кеше, хайуандар һәм үҫемлектәр формаһы, төҙөлөшө һәм үҫеше т‑дағы фән. Анатомия, гистология, эмбриология һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Төп ысулдары — тасуирлау (ағзалар һәм уларҙың системаларын тасуирлау), сағыштырыу (тасуирланған материалды классификациялау, организм, уның ағзалары һәм уларҙың эволюцияһының үҫеш осоро үҙгәрештәрен тикшереү, тирә‑яҡ мөхиттең йоғонтоһон өйрәнеү) һәм эксперименталь (яһалма рәүештә көйләп булырлыҡ шарттар тыуҙырыу һәм организмдың уларға реакцияһын өйрәнеү). Тикшереүҙең препарат әҙерләү, яҡтылыҡ, электрон һәм люминесцент микроскопия, авторадиография, гистохимия, иммунохимия һ.б. ысулдары киң ҡулланыла.
Кеше М., антропология бүлеге. Медицина университетында кеше М. өйрәнеү анатомия (В.Ш.Ваһапова, Ә.Ғ.Ғәббәсов, С.З.Лоҡманов, В.М.Романкевич, И.И.Һиҙиәтов һ.б.) һәм гистология (Л.И.Бикбулатова, Ф.Ә. Ҡәйүмов, Х.Х.Мырҙабаев, Н.И.Чурбанов, Н.С.Шиманов һ.б.) өлкәһендәге тикшеренеүҙәр комплексында алып барыла. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорттарҙың антропологик типтарының формалашыу процестары, Көньяҡ Уралдың боронғо һәм урта быуат халҡы раса типтарының күсәгилешлелеге өйрәнелә (Р.М.Йосопов).
Хайуандар М., зоология бүлеге. Фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 40‑сы йй. башлап Аграр университетта алып барыла. 40—60‑сы йй. онтогенезда хайуандарҙың арҡа мейеһенең төҙөлөшө (И.А.Смирнов), һыйыр малының һәм кәзә‑һарыҡтың бот мускулатураһы (В.Ғ.Ғибәҙуллин), ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙең аш һеңдереү ағзалары (В.А.Макевнина, В.Я.Михеичев, И.К.Садовникова), сусҡаларҙың ҡыҙыл үңәс биҙҙәренең үҫеш осоро үҙгәрештәре (Ф.А.Поспеев) тикшерелә. 70‑се йй. алып һыйыр малының (К.И.Кузнецова) муйын тиреһе нервыларының микро‑, макроморфологияһы һәм ультраструктураһы, һыйыр малының һәм сусҡаларҙың һөйәк туҡымаларының төҙөлөшө (Ф.Ә.Кәримов, У.Ғ.Ҡадиров), хайуандарҙың периферик нервы системаһының (В.Н.Байматов, Е.Г.Вехновская, Р.Ф.Ғәниева, Ҡадиров, З.И. Приказчикова, Ғ.Р.Шакирова һ.б.), эндокрин системаһының (З.Н.Варфоломеева, Н.Й.Мусина, Шакирова) һәм тиреһенең (В.В.Ғимранов, Ҡадиров) төҙөлөш һәм үҫеш законлыҡтары, онтогенезда (Е.Н.Сковородин) һыйыр малының йомортҡалыҡтарының функциональ М., башҡорт бал ҡортоноң М. (М.Ғ.Ғиниәтуллин, Ә.М.Ишемғолов, Ә.Ғ.Маннапов, В.Р.Туҡтаров) өйрәнелә.
Үҫемлектәр М., ф и т о м о р ф о л о г и я, ботаника бүлеге. Башҡортостанда үҫемлектәр М. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлана. Биология институтында ҡырағай дарыу үҫемлектәренең (И.Б. Ғофранова, Ә.Х.Ғәлиева, Е.В.Кучеров һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәренең (Кучеров, Т.П.Михайлова һ.б.), дарыу һәм витаминлы үҫемлектәрҙең (Ғәлиева, Ә.А.Иҫәнғолова, Н.И.Фёдоров, С.С. Хәйретдинов һ.б.) М. тикшерелә, Ботаника баҡса‑институтында — төрлө төркөм үҫемлектәренең (Р.В.Вафин, М.М.Ишморатова, В.П.Путенихин, Ә.Ф.Рәхимова һ.б.), БДМУ‑ла дарыу үҫемлектәренең (Т.И.Плеханова, Хәйретдинов һ.б.) М. өйрәнелә. 21 б. башынан Башҡорт дәүләт университетында тупраҡтың нефть м‑н бысраныуының — үҫемлектәр (Н.Ә.Кирәева, А.М.Мифтахова), Педагогия университетында экологик факторҙарҙың ылымыҡтар (Л.А.Ғайсина, Р.Р.Кәбиров һ.б.) М. йоғонтоһон, Биология ин‑тында — дарыу үҫемлектәре һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәренең (Фёдоров) морфологик үҙгәреүсәнлеге законлыҡтарын, БДУ‑ның Сибай институтында — үҫемлектәрҙең төр эсе һәм популяция‑ара морфологик үҙгәреүсәнлектәрен (Н.И. Барышникова, И.В.Ильина, Ишморатова, Э.З.Муллабаева һ.б.), Ботаника баҡса‑институтында — интродукция ваҡытында (З.Н.Дорошева, З.Н.Сөләймәнова, Л.Ә.Төхвәтуллина һ.б.) үҫемлектәрҙең М. үҙгәрештәрен өйрәнеү б-са тикшеренеүҙәр алып барыла.
В.Ш.Ваһапова, Ф.Ә.Кәримов, С.С.Хәйретдинов
Тәрж. Г.А.Миһранова