ИНВАЛИДЛЫҠ
ИНВАЛИДЛЫҠ (лат. invalidus — көсһөҙ, хәлһеҙ). 1) Ауырыу, травма йәки дефекттар арҡаһында организм функцияларының боҙолоуы йәшәү эшмәкәрлеген сикләүгә килтергән һәм инвалид тип танылған кешене соц. яҡлау кәрәклеген тыуҙырған һаулыҡ ҡаҡшауы. Беренсел һәм дөйөм И. айырыла. Организм функциялары боҙолоу һәм йәшәү эшмәкәрлеге сикләнеү кимәленән сығып 1‑се, 2‑се йәки 3‑сө төркөм И., 18 йәшкә тиклемге кешеләргә “инвалид бала” категорияһы бирелә. Башҡортостанда И. төркөмөн билдәләү 1919 й. алып — табип-хеҙмәт эксперттары комиссияһы, 1997 й. — мед.‑соц. экспертиза хеҙмәте тарафынан башҡарыла. Ололар араһында беренсел И. төп сәбәптәре булып торған ауырыуҙар структураһында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары (36,6%) һәм яман шештәр (25,1%); балалар араһында — тыумыштан килгән үҫеш аномалиялары (29,5%), үҙ‑үҙеңде тотош һәм психика ҡаҡшауы (23,8%) айырыла. Медицина университетында йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән беренсел И. өйрәнелә, йәш инвалидтарҙы хеҙмәт м‑н аяҡҡа баҫтырыу (И.М.Харисова, С.В.Шәһәрова), Чернобыль АЭС‑ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың мед.‑соц. экспертизаһы (К.П.Афонина) мәсьәләләре тикшерелә, инвалид балаларға дауалау‑иҫкәртеү ярҙамы күрһәтеү б‑са тәҡдимдәр эшләнә (З.Ә.Хөснөтдинова, Э.И.Эткина һ.б.). 2) Халыҡ һаулығын билдәләүсе статистик күрһәткес. Респ. ололар араһында 10 мең кешегә беренсел И. күрһәткесе: 2009 й. — 72,8; 2011 — 70,5 кеше; балалар араһында: 2009 й. — 25,9; 2011 — 26,3 кеше.
Ю.С.Томилов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина