Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРДИОЛОГИЯ

Просмотров: 1433

КАРДИОЛОГИЯ (кардио...һәм ...логия), медицинаның йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы төҙөлөшөн һәм функцияларын, ҡан әйләнеше системаһы ағзалары ауырыуҙарының сәбәптәрен, үҫеш механизмдарын һәм клиник формаларын, уларҙың диагностикаһын, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын өйрәнеүсе бүлеге. К. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50—60‑сы йй. алып БДМИ‑ла үткәрелә: Ғ.Н.Тереғолов етәкс. гипертония ауырыуының, йөрәктең ишемия ауырыуының таралыуы һәм үҫеш хәүефе факторҙары өйрәнелә, уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнә (Р.Н.Абдуллина, Һ.С.Бикмөхәмәтова, З.Ш.Заһиҙуллин, Д.Н.Лазарева, Л.Н.Минһажетдинова, Б.Х.Әхмәтова); 1958 й. Респ. клиник дауаханаһында кардиоревматология бүлеге асыла, 70—80‑се йй. Әхмәтова етәкс. йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙары м‑н ауырыусылар эпидемиологияһы, уларҙы этаплы дауалау һәм реабилитациялау (Р.Н.Килдебәкова, Л.Р.Кузыева, В.Л.Нәзифуллин), йөрәктең ишемия ауырыуы булғанда липидтарҙы перекислы окислау һәм антиоксидант һаҡлау ролен асыҡлау (Ә.Н.Закирова) мәсьәләләре б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 80—90‑сы йй. йөрәктең ишемия ауырыуының таралыуы һәм үҫеш хәүефе факторҙары (Ш.З.Заһиҙуллин, И.М.Харисова, Р.А.Хисаметдинов, Р.М.Хәмиҙуллина), миокардты ремоделирлау, йөрәктең диастолик, систолик функциялары (А.Г.Берг, З.Р.Ғафурова, Закирова, Л.М.Карамова, Е.А.Кунах), йөрәк ритмының, артериаль баҫымдың вариабеллеге (А.И.Трапезникова, О.А.Филиппова, Е.Р.Фәхретдинова, Г.М.Ханнанова) мәсьәләләре өйрәнелә һәм медикаментоз терапия ысулдары (И.Ғ.Вәлиев, В.Н.Голубкова, Р.Р.Ғәбиҙуллин, А.А.Жуманиязова, В.Г.Руденко, С.М.Янбаева), кардиотроп сараларҙың фармакокинетикаһы (Л.Ә.Вәлиева) камиллаштырыла. Ангиотензинға әйләндереүсе фермент ингибиторҙарының липид профиле торошон, плазмаферездың һөҙөмтәлелеген баһалау үткәрелә (Л.Т.Ғилметдинова, Н.А.Мәмлиева), гипертония м‑н ауырыусыларҙа артериаль баҫымдың һәм миокард метаболизмының тәүлек эсендә динамикаһы үҙенсәлектәре (Э.Ғ.Моталова, Э.Р.Сыртланова, Э.Х.Әхмәтйәнова), миокард инфаркты этиологияһы, патогенезы һәм уны дауалау мәсьәләләре (Н.Э.Закирова, Ә.Р.Мөхәммәтрәхимова, А.Ф.Мәҡсүтова, И.Е.Николаева) өйрәнелә. Клиник, функциональ һәм биохимик диагностика (Н.Ш.Заһиҙуллин, Л.А.Ибраһимова, Р.М.Моратов, О.С.Усатова, В.Ф.Шакиров) һәм лазер терапияһы (Л.В.Бабушкина), ауырыуҙарҙы реабилитациялау (Э.К.Мотаһарова, З.Й.Рөстәмова, Э.Р.Фәйезова, Н.Х.Хафизов) ысулдарын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла, халыҡтың төрлө төр‑ көмдәренә (Г.Ғ.Ғәлимова, Г.Х.Емасова, А.Я.Крюкова, Харисова, Г.М.Хәсәнова), ш. иҫ. ҡан әйләнеше ағзалары ауырыуҙары булған йөклө һәм бала тапҡан ҡатындарға (О.Ю.Белоглазова, Л.А.Дәминева), кардиологик ярҙам ойоштороу ысулдары эшләнә, дарыуҙарҙы клиник‑гемодинамик нигеҙләү б‑са ҡулланыуға тикшеренеүҙәр үткәрелә (Мәҡсүтова, Ю.О.Новиков, Т.Ф.Пчелякова, И.Ш. Шәйбәков). Биохимия һәм генетика институтында, БДМУ‑ла йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеүҙең генетик аспекттары өйрәнелә (К.И.Ғөбәев, О.Е.Мостафина, А.Э.Пушкарёва, Г.Х.Түләкова, Э.К.Хөснөтдинова, Е.И.Шаһисолтанова). 1981 й. Кардиология диспансеры асыла, уның базаһында 1997 й. алып БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында клиник К. һәм клиник функциональ диагностика каф. эшләй. Республика халҡына махсус кардиологик ярҙам Өфөнөң, 26 район һәм ҡала үҙәктәренең ҡала һәм респ. мед. учреждениеларында, Белорет, Бәләбәй, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡҡ. дауалауиҫкәртеү учреждениелары базаһындағы 5 район-ара махсус кардиология бүлексәләрендә күрһәтелә. БР‑ҙа 2009—2013 йй. “Артериаль гипертония” тип аталған респ. маҡсатлы программа тормошҡа ашырыла, дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары эргәһендә кардиомәктәптәр эшләй. Шулай уҡ ҡара: Кардиохирургия.

Әҙәб.: Диагностика и лечение острого инфаркта миокарда с элевацией сегмента ST/ А.Н.Закирова [и др.]. Уфа, 2009.

Ә.Н.Закирова, Р.М.Хәмиҙуллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: