КАРДИОХИРУРГИЯ
КАРДИОХИРУРГИЯ (кардио... һәм хирургия), хирургияның ҡан әйләнеше системаһы ағзалары ауырыуҙарын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, оператив дауалау ысулдарын эшләүсе бүлеге. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. уртаһында йөрәк яралары (Н.‑Ғ.Н.Байтирәков), 50‑се йй. башында ҡыҫыусы перикардит (А.К.Шипов), митраль стеноз (Н.Ғ.Ғатауллин) ваҡытында тәүге операциялар яһала. 1961 й. Өфөнөң 1‑се дауаханаһында торакаль хирургия бүлексәһе асыла, унда Ғатауллин етәкс. тыумыштан булған һәм тормошта барлыҡҡа килгән йөрәк етешһеҙлектәре, перикардит, йөрәктә ят есемдәр булғанда операциялар яһала башлай (Л.Г.Гранов, А.А.Легос, Р.Ф.Мөхәммәтрәхимов, В.М.Туймедов). 1972 й. Өфөнөң 6‑сы дауаханаһы (хәҙ. БДМУ клиникаһы) базаһында өлкә‑ара К. үҙәге асыла. 70‑се йй. уртаһында йөрәк ҡыуышлыҡтарын контраст тикшереү, зондлау алымдары (Р.Ш.Нурисламов), кардиостимуляторҙарҙы имплантациялау (Ғатауллин), гипотермия ярҙамында (Ғатауллин, Мөхәммәтрәхимов, Ф.Я.Яруллина) һәм яһалма ҡан әйләнеше шарттарында (Ғатауллин, Ю.Б.Ионис, В.А.Певцов, Яруллина) асыҡ йөрәккә операциялар яһау үҙләштерелә һәм практикаға индерелә; 90‑сы йй. эхокардио (Н.Р.Мәүлиева) һәм коронарография (В.С.Бузаев), аортокоронар шунтлау (А.А.Евсюков, В.В.Плечев, В.А.Сурков), коронар артерияларҙың ангиопластикаһы (Бузаев) ысулдары үҙләштерелә, йөрәккә операция яһағанда инфекцион өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү алымдары камиллаштырыла (Евсюков, Н.Ғ.Сибәғәтуллин, Сурков). 2001 й. өлкә‑ара К. үҙәге Башҡортостан йөрәк‑ҡан тамырҙары хирургияһы үҙәге итеп үҙгәртелә һәм Кардиология диспансеры базаһында эшләй башлай. Үҙәктә тыумыштан булған һәм тормошта барлыҡҡа килгән йөрәк етешһеҙлектәре, септик эндокардит (йөрәк клапандарын протезлау һәм пластикалау), кардиоаритмия булғанда (электрокардиостимуляторҙарҙы имплантациялау) операциялар эшләнә, диагностикалауҙа һәм ауырыуҙарҙы дауалауҙа рентгенохирургик ысулдар, ш. иҫ. йөрәктең ишемия ауырыуы булғанда коронар артерияларҙы стентлау һәм ангиопластика файҙаланыла. 2011 й. БР‑ҙа йөрәккә 3574 операция эшләнә, ш. иҫ. йөрәктең тыумыштан булған етешһеҙлегенә — 443, тормошта барлыҡҡа килгәненә — 342, йөрәк ритмдары боҙолғанда — 816, йөрәктең ишемия ауырыуы булғанда — 476 (ш. иҫ. аортокоронар шунтлау — 556, коронар артериялар ангиопластикаһы — 1376). Операцияларҙың дөйөм һанынан 1130‑ы — асыҡ йөрәккә, 1126‑һы яһалма ҡан әйләнеше шарттарында эшләнә.
Әҙәб.: Плечев В.В., Козленко Р.П. Очерки сердечно‑сосудистой хирургии. Уфа,2002.
Н.Ғ.Ғатауллин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина