“НА ЗЕМЛЕ САЛАВАТА", гәзит
“НА ЗЕМЛЕ САЛАВАТА” (“Салауат ерендә”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Салауат р‑нының Малаяҙ а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1935 й. майынан башҡ. телендә “Большевистик колхозға”, 1936 й. алып урыҫ телендә “Совхозный рабочий” (“Совхоз эшсеһе”; 1939 й. тиклем), 1941 й. — башҡ. телендә “Большевик”, 1953 й. — “Октябрь юлы” исеме м‑н нәшер ителә; 1959 й. урыҫ телендә “Путь Октября” (“Октябрь юлы”) исеме м‑н яңынан нәшер ителә башлай, 1962 й. алып урыҫ телендә “Ленинское знамя” һәм башҡ. телендә “Ленин байрағы”, 1991 й. — урыҫ телендә хәҙ. исеме һәм башҡ. телендә “Салауат ерендә” (1996 й. алып үҙ аллы гәзит; ҡара: “Йүрүҙән”) исеме м‑н сыға.
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов