Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЛИМАТОЛОГИЯ

Просмотров: 1201

КЛИМАТОЛОГИЯ (климат һәм ...логия), арауыҡ‑ваҡыт эсендәге климат процестары үҙгәрешен һәм айырым терр‑ялағы күрһәткестәрҙе өйрәнгән география бүлеге. К. климатографияға, дөйөм, физик, аэро-, микро- һәм палеоклиматологияға, ш. уҡ агроклиматологияға, биол., курорт, мед., а.х., техник һ.б. бүленә. Биогеография, геология, геоморфология, геофизика, гидрология, метеорология, тупраҡ ғилеме һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостан климаты шарттары т‑да тәүге фәнни мәғлүмәттәр “Ырымбур топографияһы” нда бирелгән. В.Н.Татищевтың хеҙмәттәрендә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һәм Башҡортостандың Урал аръяғы климаты т‑да материалдар күрһәтелгән. Урал климаты шарттары т‑дағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған 1768—74 йй. Академик экспедициялар материалдары И.П.Фальк хеҙмәттәрендә системаға һалынған. 19 б. 1‑се ярт. терр‑яның климат үҙенсәлектәрен өйрәнеү м‑н Э.А.Эверсманн, В.М.Черемшанский һ.б., 19 б. 2‑се ярт. — Рус география йәмғиәте ғалимдары һәм Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте ағзалары (В.Д.Аленицын, О.Е.Клер, А.И.Оводов, Л.П.Сабанеев, П.И.Свешников, Д.Н.Соколов, Н.К.Чупин һ.б.) шөғөлләнгән. 20 б. 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында СССР ФА‑ның Башҡортостан комплекслы экспедицияһында ҡатнашыусылар тарафынан БАССР‑ҙың климат картаһы төҙөлә. 20 б. 1‑се ярт. тауҙарҙың термик режимы (В.О.Аскинзи), циклондар үҫеше процесына таулы системаларҙың йоғонтоһо (Н.В.Петренко), һырттар микроклиматы (С.А.Сапожникова) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, Уралға гидрометеорологик характеристика бирелә (М.В.Ситнов). 70‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. уртаһында Башҡорт дәүләт университетында циркуляция процестары режимы (Н.Н.Алтай), респ. климат үҙенсәлектәренең дөйөм характеристикаһы (В.А.Балков) өйрәнелә, климат райондары бүленеше эшләнә (ҡара: Климат буйынса районлаштырыу), Башҡортостандың Урал алдының һыу‑йылылыҡ режимы (В.А.Боков), Ирәмәл тауының тирә‑яғындағы климат шарттары (А.А.Цветаев) тасуирлана; Аграр университетта агроклимат б‑са районлаштырыу эшләнә (А.Л.Вдовин); Урта һәм Көньяҡ Уралда яуымтөшөм миҡдары билдәләнә (А.С.Шкляев) һ.б. Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә‑яҡ мөхит мониторингы идаралығында К. өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла.

Р.Ғ.Ғәлимова

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019