Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУЯНСЫЛЫҠ

Просмотров: 1423

ҠУЯНСЫЛЫҠ, ит, тире һәм йөн алыу өсөн йорт ҡуяндарын үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Ҡуян ите — диетик продукт. Йорт ҡуяндарының тиреһе ысын йәки ҡиммәтле төрҙәргә оҡшатып эшләнгән тире алыу өсөн ҡулланыла. Продуктлылығының йүнәлеше б‑са йорт ҡуяндары иттире, ит һәм йөн тоҡомдарына бүленә. Ит-тире йүнәлешендәге тоҡомдарға — аҡ бәһлеүән, зәңгәр вена, ҡара-көрән, совет шиншиллаһы, һоро бәһлеүән, ит йүнәлешендәге тоҡомдарға — аҡ яңы зеландия, калифорния, йөн тоҡомдарына аҡ йөн, ангор ҡуяны һ.б. инә. Йорт ҡуяндарына тиҙ өлгөрөүсәнлек һәм үрсемлелек хас.

Башҡортостанда йорт ҡуяндарының ит-тире йүнәлешендәге тоҡомдары киң таралған. Респ. Ҡ. малсылыҡ тармағы булараҡ 20 б. 50‑се йй. аҙ. үҫешә: 1958 й. алып колхоздарҙа һәм совхоздарҙа ҡуян фермаларын күпләп ойоштороу башлана. 1961 й. башында 10 мең инә ҡуян булған 365 ферма иҫәпләнә; 1965 й. аҙ. инә ҡуяндарҙың һаны 60 меңгә тиклем етә, бер йыл эсендә 2 мең т ашыу ҡуян ите етештерелә. 60—70‑се йй. йорт ҡуяндарын үрсетеү м‑н Дүртөйлө р‑нының Н.К.Крупская ис., Я.М.Свердлов ис., “Шишмә” к‑здары, Бүздәк р‑нының “Уртакүл” с‑зы һ.б. шөғөлләнә. 80‑се йй. башлап шәхси Ҡ. киң тарала. Шәхси Ҡ. ҡуян үрсетеүселәр йәмғиәттәре булышлыҡ итә. Йорт ҡуяндарын төрлө материалдарҙан (ағас, кирбес һ.б.) эшләнгән шәхси йәки төркөмлө ситлектәрҙә, йәйен асыҡ һауала, ҡышын яраҡлаштырылған биналарҙа тоталар. Ит-тире тоҡомло мал үҫтереү б‑са хужалыҡтарҙа төп көтөүҙәге һәр инә ҡуяндан йылына уртаса 20‑шәр ҡуян балаһы алына. Йөн тоҡомло мал үрсетеү б‑са хужалыҡтарҙа һәр өлкән заттан йылына 350—700‑әр г йөн алалар. 2011 й. йорт ҡуяндары шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында үрсетелгән; ҡуяндарҙың дөйөм һаны 25 меңдән ашыу, ш. иҫ. крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында яҡынса 3,5 мең, тәшкил иткән. Аграр университетта респ. Ҡ. үҫтереү б‑са тәҡдимдәр эшләнә (А.В.Близнецов).

Әҙәб.: Приусадебное животноводство и птицеводство. Уфа, 1993.

Н.Г.Фенченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: