Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 887

ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ ҺЫМАҠТАР (Campanulaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 40 заты, 800‑гә яҡын төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Үлән йәки ваҡ ҡыуаҡтар, һирәкләп ағас һымаҡ үҫемлектәр. Башҡортостанда 2 заттан (ҡыңғыраугөл, ҡыңғырау сәскә) 12 төр үҫә. Күп һәм ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ҡаты, мөйөшлө- ҡырлы, яланғас йәки шырт төк м‑н ҡапланған. Япраҡтары ябай, ланцет, йөрәк, йөрәк‑йомортҡа формаһында, бөтөн, шыма ситле йәки киртләсле, сиратлы. Сәскәләре башлыса эре, күк, зәңгәр, күкһел шәмәхә төҫтә, ике енесле, дөрөҫ төҙөлөшлө, яңғыҙар йәки тәлгәштәргә, һеперткеләргә йыйылған. Каса япраҡсаһы тәрән 5 айырсалы. Тажы тоташ япраҡлы, ҡыңғырау йәки көпшә рәүешендә, 5‑кә бүленгән, ҡойолмаусан, һеркәстәре (5) ғәҙәттә таж көпшәһенә беркетелгән. Емешлеге 1, емшәне аҫҡы, ғәҙәттә 3 оялы. Бөжәктәр һеркәләндерә. Емеше — күп орлоҡло ҡумта; орлоҡтары ваҡ, ел ярҙамында тарала. Далала, урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, болондарҙа, битләүҙәрҙә, урман ситтәрендә, аҡландарҙа үҫә. Декоратив үҫемлектәр, мал аҙығы үҫемлектәре. Составында алкалоидтар, дуплаусы матдәләр, сапониндар, флавоноидтар бар. Халыҡ медицинаһында файҙаланыла.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019