Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫНДАҒЫ ҮҘИДАРА

Просмотров: 1807

УРЫНДАҒЫ ҮҘИДАРА, адм.‑терр. берәмектәр халҡының дәүләт тарафынан бирелгән хоҡуҡтарға ярашлы үҙ аллы йәки һайланма органдар аша идара итеү системаһы. Башҡорттарҙа ҡәбилә йәки ырыу эсендә үҙидара бейҙәр, тархандар, аҡһаҡалдар ҡулында булған. Улар йыйын һәм ҡоролтай ҡарарҙарына таянып эш иткән, ижт. мөнәсәбәттәр йола хоҡуғы м‑н көйләнгән. Халыҡ һәм шәриғәт судтары эшләгән. Идараның был формаһы башҡорттар Монгол империяһы, Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы һ.б. дәүләттәр составына инеү осоронда һаҡланған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, Башҡортостан терр‑яһында староста м‑н старшиналар етәкс. улустар барлыҡҡа килгән (ҡара: Административ-территориаль ҡоролош). У.ү. сикләү башҡорт ихтилалдарының (17—18 бб.) төп сәбәптәренең береһе була, кантон системаһы индерелгәндән һуң, 1831 й. башҡ. улустарында йыйындар үткәреү тыйыла. 18 б. 2‑се ярт. алып ҡалалар У.ү. хоҡуғын ала. 1785 й. “Рәсәй империяһы ҡалаларының хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәре грамотаһы” ҡалаларҙың хоҡуҡтарын һәм өҫтөнлөктәрен, биләгән ерҙәренә хоҡуғын, ҡала кешеләренең бурыстарын билдәләгән. Һәр ҡаланың үҙ гербы булған. Халыҡтың хоҡуҡтарын ҡала магистраты яҡлаған. Ҡала реформаһына (1870) ярашлы, ҡала идараһының билдәле бер ҡатламдан торған органдары бөтә ҡатлам вәкилдәре лә ингән органдарға алмаштырылған. Ырымбур һәм Өфө ҡҡ. ҡала думалары һәм ҡала башҡармалары асылған. Земство реформаһы ваҡытында У.ү. мөһим үҙгәрештәр булған. Бөтә ҡатлам вәкилдәренән торған земстволар системаһы ойошторолған, унда күрһәтмә биреүсе орган булып земство йыйылышы, башҡарма орган булып земство башҡармаһы торған. Земство (1864) һәм ҡала (1870) реформаларының төп маҡсаты Рәсәй идаралығын үҙәктән күсереүгә ҡайтып ҡала, уларҙың нигеҙендә власты һайлап ҡуйыу (үҙидара) һәм үҙ-үҙеңде финанслау ятҡан. 19 б. 60‑сы йй. уртаһында Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында улус йыйындарында һайлап ҡуйылған крәҫтиән үҙидараһы органдары — улус идаралары индерелгән. 19 б. 70—80‑се йй. земстволар эшмәкәрлегендә һаулыҡ һаҡлауҙы (ҡара: Земство медицинаһы) һәм халыҡ мәғарифын ойоштороу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленгән, соц. ихтыяждарға сығымдар артҡан. Революциянан (1917) һуң иғлан ителгән Башҡортостан автономияһы терр‑яһында кантондар һәм улустарға бүленгән яңы адм.‑терр. система (У.ү. һаҡланған) индерелгән. 20 б. 20‑се йй. У.ү. учреждениелары совет власы органдары — хеҙмәтсән депутаттар советтары м‑н алмаштырыла. Урындағы властың был системаһы 20 б. 90‑сы йй. уртаһына тиклем һаҡлана. БР‑ҙа У.ү. т‑да закон 1997 й. 20 дек. ҡабул ителә, БР дәүләт власы контроле аҫтында ауыл, ҡасаба, ҡала, район муниц. берәмектәре ойошторола. 2003 й. 6 февр. үҙ көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” РФ законы нигеҙендә 2005 й. 18 мартында БР‑ҙа У.ү. т‑да яңы закон ҡабул ителә, уға ярашлы респ. 54 муниц. район, 9 ҡала округы, 14 ҡала торамаһы барлыҡҡа килә.

З.И.Йәнекәев, Г.Э.Ямалетдинова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019