Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАЗАРЕВ Николай Иванович

Просмотров: 1275

ЛАЗАРЕВ Николай Иванович (18.7.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ҡарама утары — 28.1.1998, Мәскәү өлк. Шишкин Лес ҡсб, Подольск ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. июленән 2‑се Балтик буйы фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө удар армия 5‑се танк корпусы 24‑се танк бригадаһы автоматсыһы ефрейтор Л. 1944 й. 18 сент. Скудрес торама пункты (Латвия) янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Новокузнецк ҡ. металл эшкәртеү заводында эшләй, 1985 й. алып СССР МС АСК‑ның (Мәскәү өлк.) өлкән инженеры. Ленин (1990), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Л. исеме Новокузнецк ҡ. урамға бирелгән, Шишкин Лес ҡасабаһында ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Е.А.Смирнов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023