ҠУҒАНАҠ, йылға
ҠУҒАНАҠ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Стәрлебаш р‑ны Йомағужа а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ р‑ндары буйлап көньяҡтан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, йүнәлешен Уҫылы й. тамағында — көнсығышҡа, Стәрлетамаҡ р‑ны Марьевка а. эргәһендә төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай үҙгәртә һәм Ағиҙел й. (тамағынан 700 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 102 км. Басс. майҙаны 820 км2, дөйөм түбәнәйеүе 265 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 67%‑ы яҙғы (апр.—май), 19%‑ы йәйге‑көҙгө (июнь—окт.), 14%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы (м3/с): Стәрлетамаҡ р‑ны Михайловка а. эргәһендә 1,1, йылға тамағында 1,4.
Үрге ағымының басс. Стәрлебаш‑Фёдоровка ҡалҡыулығында урынлашҡан, түбәнге ағымының рельефы убалы, һыҙа һәм йырындар м‑н ҡатмарланған, карст үҫешкән. Йылға үҙәне өфө ярусы һәм ҡазан ярусы ҡомташтарынан, аргиллиттарынан, мергелдәренән, эзбизташтарынан, доломиттарынан тора. Ландшафы үрге ағымында — ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, түбәнгеһендә йыуылған ҡара тупраҡтағы төрлө үлән үҫкән далаларҙан тора. Басс. 20%‑ын — урман, 55%‑ын һөрөнтө ер биләй. Стәрлебаш р‑ны Ҡуғанаҡбаш а. эргәһендә быуа төҙөлгән. Иң ҙур ҡушылдыҡтары — Уҫылы, Аҫау, Мәҫәле (бөтәһе лә — һул). Исеме ҡыуға (ҡамыш) һүҙенән алынған.
В.А.Загорский
Тәрж. Х.А.Шәрипова