Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТ ИМЕНЛЕГЕ ОРГАНДАРЫ

Просмотров: 1884

ДӘҮЛӘТ ИМЕНЛЕГЕ ОРГАНДАРЫ, дәүләт хоҡуҡ һаҡлау системаһының ҡушма өлөшө. Д.и.о. эшмәкәрлеге ғәмәлдәге дәүләт (конституцион) ҡоролошона ҡаршы енәйәттәргә юл ҡуймауға һәм уларҙы асыуға, дәүләттең тышҡы һәм эске именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Д.и.о. норматив-хоҡуҡи базаһын РФ Конституцияһы, РФ‑тың “Федераль именлек хеҙмәте тураһында”ғы законы (1995) тәшкил итә. РФ Д.и.о. төп бурыстары: РФ‑тың директив органдарын дәүләт именлегенә янаған хәүеф т‑да иҫкәртеү; сит илдәрҙең махсус хеҙмәт һәм ойошмаларының, айырым кешеләрҙең разведкалау һ.б. төр эшмәкәрлеген асыҡлау, иҫкәртеү һәм булдырмау; терроризм һәм диверсия эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәште тәьмин итеү; дәүләт власы органдары м‑н берлектә ойошҡан енәйәтселеккә, коррупцияға, контрабандаға, енәйәтсел килемдәрҙе легалләштереүгә, халыҡ миграцияһына ҡағылышлы законһыҙлыҡтарға, ҡорал, һуғыш припастары, наркотик һәм психотроп матдәләр, мәғлүмәтте йәшерен юл м‑н алыу өсөн ҡулланыла торған техник саралар әйләнешенә ҡаршы көрәште тормошҡа ашырыу; көс ҡулланып,  конституцион ҡоролошто үҙгәртеү, власты баҫып алыу йә ҡулда тотоу маҡсатын ҡуйған ҡораллы фетнәләрҙе ойоштороуға ҡаршы тороу; үҙ вәкәләттәре сиктәрендә дәүләт сере булып торған мәғлүмәттәрҙе һаҡлау; РФ именлеге, уның иҡт., фәнни‑техник һәм оборона потенциалын күтәреү мәнфәғәттәрендә үткәрелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа дәүләт власы органдарына булышлыҡ итеү һ.б.

19 б. уртаһына тиклем Уралда разведка һәм сәйәси эҙәрләү функцияларын воевода, губернаторҙар етәкселегендә урындағы идара органдары чиновниктары һәм төбәккә командировкаға ебәрелгән кешеләр башҡара. 1827 й. Рәсәй полиция департаменты эргәһендә Жандармдарҙың айырым корпусы булдырыла. 1827 й. 28 апр. Император Николай I указы м‑н Ҡазан жандарм округының Ырымбур бүлексәһе ойошторола, уға Ырымбур губернаһы, 1851 й. – Һамар губернаһы һәм 1865 й. алып Өфө губернаһы терр‑ялары инә. 1867 й. 9 сент. “Жандармдар корпусы тураһындағы положение”ға ярашлы, жандарм округ бүлексәләре бөтөрөлә, Ырымбур, Һамар һәм Өфө губ. жандарм идаралыҡтары (ГЖИ) ойошторола. Крайҙа 19 б. 80‑се йй. алып Һамар—Златоуст т. юлының (20 б. башынан – Ырымбур—Ташкент т. юлы) Жандарм-полиция идаралыҡтары эшләй. 1866 й. Рәсәй полиция департаменты эргәһендә Һаҡ бүлексәһе (сәйәси эҙәрләү органы) ойошторола. 1908 й. Өфө һәм Ырымбур губ. Пермь район һаҡ бүлексәһенә инә. Төбәктең жандарм идаралыҡтары һәм һаҡ бүлексәләре революция хәрәкәтенә, милли хәрәкәткә ҡаршы көрәшә һәм төрлө соц. ҡатламдарҙағы хәлде күҙәтә. 1917 й. 4 мартындағы Ваҡытлы хөкүмәт указы м‑н Айырым жандарм корпусы һәм һаҡ бүлексәләре бөтөрөлә. Революциянан (1917) һуң ХКС‑тың 1917 й. 7 дек. ҡарары м‑н контрреволюция, спекуляция һәм саботажға ҡаршы көрәш б‑са Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы ойошторола. 1918 й. мартында Өфө губерна ғәҙәттән тыш комиссияһы, 1919 й. мартында Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы булдырыла. 1922 й. февр. Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы бөтөрөлә, уның функцияларының бер өлөшө — суд органдарына, бер өлөшө РСФСР Эске эштәр ХК составында ойошторолған Дәүләт сәйәси идаралығына (ДСИ; 1923 й. – СССР ХКС‑ы эргәһендәге Берләштерелгән ДСИ) бирелә. ДСИ (Берләштерелгән ДСИ) советҡа ҡаршы элементтар эшмәкәрлеген иҫкәртеү, асыу һәм юҡ итеү, дәүләт серен һаҡлау, шпионажға, сит илдәр разведкаһы һәм контрреволюция үҙәктәренең эшмәкәрлегенә, контрабандаға ҡаршы көрәш м‑н шөғөлләнә. Өфө губ. БАССР‑ға ҡушыу м‑н именлек органдары Башҡ‑н ДСИ‑на (БДСИ) берләшә. Артабан респ. Д.и.о. функциялары һәм атамалары дөйөм Рәсәйҙеке м‑н тап килә. 1934 й. БДСИ бөтөрөлә һәм СССР Эске эштәр ХК системаһында Дәүләт именлеге баш идаралығы (ДИБИ) ойошторола. 1941 й. февр. Д.и.о. СССР дәүләт именлеге ХК‑на (ДИХК) үҙгәртелә, 1941 й. июлендә — СССР Эске эштәр ХК составына, 1943 й. апр. яңынан СССР ДИХК‑на индерелә. 1946 й. СССР Эске эштәр ХК һәм СССР ДИХК ярашлы рәүештә, СССР ЭЭМ‑ына һәм СССР Дәүләт именлеге министрлығына (ДИМ) үҙгәртелә, улар 1953 й. СССР ЭЭМ‑ына берләштерелә. 1954 й. мартында Д.и.о. айырым ойошмаға – СССР МС‑ы эргәһендәге Дәүләт именлеге ком‑тына (1987 й. – СССР Дәүләт именлеге ком‑ты) айырыла. 1991 й. СССР Дәүләт именлеге ком‑ты бөтөрөлә, уның базаһында Республика-ара именлек хеҙмәте һәм Үҙәк разведка хеҙмәте ойошторола. 1991 й. майында – РСФСР Дәүләт именлеге ком‑ты, 1991 й. нояб. – РСФСР Федераль именлек агентлығы, 1991 й. дек. – РСФСР Именлек һәм эске эштәр министрлығы, 1992 й. ғин. — Рәсәй Именлек министрлығы ойошторола. 1993 й. дек. министрлыҡ Рәсәй Федераль контрразведка хеҙмәтенә (1995 й. – Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте) үҙгәртелә. Хәҙерге ваҡытта БР терр‑яһында Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР (БР б‑са Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте) б‑са идаралығы эшләй, ул РФ Федераль именлек хеҙмәте органдарының берҙәм системаһына инә һәм туранан-тура уға буйһона. Үҙ компетенцияһына ярашлы, ул БР‑ҙың адм. сиктәрендә шәхес, йәмғиәт һәм дәүләт именлеген тәьмин итә. Башҡ‑н ДСИ (БДСИ) рәйестәре: Н.Л.Волленберг (1922 й. июленән алып) А.С.Ермолаев (1923 й. майынан алып), В.И.Музыкант (1926 й. дек. алып), Н.А.Извеков (1928 й. февр. алып), Н.П.Зеликман (1929 й. апр. алып), М.С.Погребинский (1930—34). БАССР Эске эштәр ХК (БАССР ДИХК) халыҡ комиссарҙары: Зеликман (1934—37), С.А.Бак (1937 й. апр. алып), А.А.Медведев (1937 й. сент. алып), А.Г.Соколов (1939 й. алып), Д.Р.Быков (1945 й. июненән алып). БАССР Дәүләт Именлек министрлығы министрҙары: Д.В.Ҡасимов (1946 й. алып), К.Ф.Фирсанов (1953—54). БАССР Дәүләт именлеге ком‑ты рәйестәре: П.П.Матвиевский (1954 й. алып), В.Г.Соколов (1956 й. алып), Я.П.Никулькин (1961 й. алып), Г.А.Нагорный (1962 й. алып), А.П.Рагозин (1967 й. алып), А.Н.Лебедев (1969 й. дек. алып), И.А.Маркелов (1970 й. алып), Л.Н.Чириков (1974 й. июненән), В.Г.Мищенко (1979 й. дек. алып), В.А.Поделякин (1987—91). Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы нач.: В.П.Наумов (1991 й. июненән алып), В.В.Евтушенко (1997 й. алып), И.В.Черноков (2002 й. мартынан алып), В.Н.Палагин (2008 й. дек. алып), О.Н.Гайденко (2013 й. сент. алып), Ю.В.Серышев (2018 й. майынан).

Әҙәб.: Ерошкин Н.П. История государственных учреждений дореволюционной России. М., 1968; После революции: документы по истории антиправительственного движения и деятельности правоохранительных органов в Уфимской губернии в конце 1907 — первой половине 1914 годов. Уфа, 2002; От губЧК до ФСБ: сб. очерков. Уфа, 2003.

Р.Ғ.Йомағолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019