ҒИЛМИ АРХИВ
ҒИЛМИ АРХИВ, РФА‑ның Өфө ФҮ ҡарамағында була. Өфө фәнни үҙәгенең, уның учреждениеларының документтарын, ғалимдарҙың шәхси документтарын, экспедиция материалдарын һ.б. ҡабул итеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнә. 1956 й. СССР ФА БФ Президиумы эргәһендә ТТӘИ документтары базаһында ойошторола, 2018 й. алып РФА Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми архивы. Комплектлау сығанаҡтары исемлегендә 15 ғилми учреждение иҫәпләнә. 123 (ш. иҫ. 110 шәхси) фонды һәм Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге ҡарамағындағы ғилми учреждениеларҙың 13 фонды бар, уларҙа 1878—2014 йй. тупланған 20469 документ (5038 идара итеү, 5854 шәхси состав б‑са, 2334 ғилми, 7423 ғалимдарҙың шәхси документы) һаҡлана. Документтарҙың төп өлөшөн Башҡортостандың фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең, ш. иҫ. Ш.Бабич, Г.В.Вахрушев, Д.С.Волков, Һ.Л.Дәүләтшина, М.К.Любавский, С.Ғ.Мирасов, М.И.Өмөтбаев, Ғ.Соҡорой, А.М.Таһиров, З.Ғ.Ураҡсин, Х.Ф.Усманов, Ә.Н.Усманов, Р.Ф.Фәхретдинов, Ә.И.Харисов, Ғ.С.Әлмөхәмәтов, Б.Х.Юлдашбаевтың ҡулъяҙмалары; шәжәрәләр, “Башҡортостан тарихы буйынса материалдар” хеҙмәтенең нәшер ителмәгән томдары, Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында А.П.Чулошников тарафынан табылған башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) т‑дағы документтарҙың күсермәләре һ.б. тәшкил итә. Башҡорттарҙың фольклорын, диалекттарын һәм этнографияһын (ҡара: Этнографик экспедициялар) өйрәнеү б‑са этнографтар Н.В.Бикбулатов, Р.Ғ.Кузеев, С.Н.Шитова, тел белгестәре Т.Г.Байышев, Н.Х.Ишбулатов, С.Ф.Миржанова, Н.Х.Мәҡсүтова, фольклорсылар С.Ә.Галин, Ф.А.Нәҙершина, Р.Ә.Солтангәрәева, Н.Д.Шоңҡаров, археограф Ғ.Б.Хөсәйенов һ.б. етәкс. комплекслы экспедициялар, археологик экспедициялар (етәкселәре Һ.В.Йосопов, Н.А.Мәжитов, А.Х.Пшеничнюк, М.Х.Садиҡова, К.В.Сальников, А.П.Шокуров), антропологик экспедициялар (етәксеһе Р.М.Йосопов) һ.б. материалдары айырыуса ҡиммәтле һанала. Архив етәкселәре: С.П.Глухова (1956 й. алып), Т.А.Жукова (1959 й. алып), А.Е.Фрей (1962 й. алып), С.М.Шәнгәрәева (1963 й. алып), М.С.Ғиндуллина (1989 й. алып), Р.Й.Сибәғәтова (2009 й. алып), Л.М.Ғиниәтуллина (2014 й. алып). Архив фондына күҙәтеүҙәр “Көньяҡ Уралдың археографияһы” (“Археография Южного Урала”) төбәк-ара конференциялар йыйынтығында, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Вестник Академии наук Республики Башкортостан”, “Йәдкәр” ж. һ.б. баҫыла.
Л.М.Ғиниәтуллина, Р.Й.Сибәғәтова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина