Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ

Просмотров: 1493

ЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ (лат. lumen — яҡтылыҡ һәм —escent — көсһөҙ тәьҫирҙе аңлатҡан суффикс), ҡуҙғытыу энергияһы матдә м‑н йотолғандан һуң барлыҡҡа килгән һәм сикләнгән ваҡытта ғына барған, тигеҙләнештән өҫтөнөрәк фотондар нурланышы. Ҡуҙғытыу төрө б‑са фото‑ (ҡуҙғытыу энергияһының сығанағы — яҡтылыҡ), радио‑ (радиоактив нурланыш), рентген (рентген нурланышы), соно‑ (ультратауыш нурланышы), электро‑ (электр ҡыры), катод‑ (электрондар шәлкеме), трибо‑ (мех. тәьҫир), хемилюминесценция айырыла. Биол. объекттарҙың Л. — био‑Л. Яҡтылыҡ һибелеше оҙайлығы б‑са флуоресценция (тиҙ һүнә торған Л.) һәм фосфоресценция (оҙайлы Л.), элементар процестарҙың механизмы б‑са — резонанслы, үҙенән‑үҙе булған, мәжбүри, рекомбинациялы, сенсибилизациялаштырылған Л. айыралар.

Люминесценцияға һәләт люминесценцияланыусы матдәнең тәбиғәтенә, фаза хәленә, тышҡы шарттарға бәйле. Шыйыҡ мөхит Л. башлыса органик матдәләрҙең эретмәләренә һәм металл иондарына хас, металл парҙарының һәм затлы газдарҙың Л. баҫым түбән булғанда күҙәтелә, кристалдарҙағы Л. баҙыҡлығы уларҙа ҡушылмалар (активаторҙар) булыуына бәйле. Л. тикшереү өсөн спектрофлюориметрҙар, һүнеү ваҡытын билдәләү өсөн тауметрҙар ҡулланыла. Л. фотохимияла һәм химик кинетикала, мед., фотобиологияла, ҡаты есем физикаһында, аналитик химияла файҙаланыла. Электро‑ һәм фото‑Л. яҡтылыҡ сығанаҡтары, катод‑Л. — электрон приборҙар (осциллограф, телевизор, локатор һ.б.) яһағанда, радио‑Л. — люминесцент камераларҙа, сцинтилляциялар теркәү приборҙарында, рентген‑Л. — рентгеноскопияла, байтаҡ матдәләрҙең баҙыҡ Л. — аҙ миҡдарҙағы ҡушылмаларҙың люминесцент анализында, люминесцент кино төшөрөүҙә һәм дефектоскопияла ҡуллана. Лазерҙар эшләүе Л. нигеҙләнгән, люминесцент буяуҙар м‑н туҡымаларҙы, юл билдәләрен һ.б. буяйҙар. Юғары энергиялы элементар өлөшсәләрҙең тәьҫиренән люминесценциялана торған ҡайһы бер матдәләр (сцинтилляторҙар) ядро физикаһында һәм радиохимияла файҙаланыла. Башҡортостанда Л. б‑са тәүге тикшеренеүҙәр 20 б. 20—30‑сы йй. Өфө физика институтында үткәрелә. Н.З.Андреев тарафынан сит ион‑активаторҙар, ш. иҫ. цинк сульфиды, ҡушылмалары ингән күп компонентлы системаларҙың фото‑Л. тикшерелә.

50‑се йй. уртаһынан Геология институтында Көнб. Башҡортостандың девонға тиклемге дәүерҙәге ултырмаларында таралған органик матдәнең люминесцентлы‑битуминологик һәм геохимик үҙсәнлектәре тикшерелә, битумдарҙың күләме һәм сифаты тоҡомдарҙың литологик составына бәйле икәне асыҡлана (М.А. Гаррис, Н.А.Зөфәрова). 70‑се йй. алып Органик химия ин‑тында В.П.Казаков етәкс. полимерҙарҙың һәм туңдырылған эретмәләрҙең радиотермо‑Л., ауыр металл эремәләренең, сцинтилляторҙарҙың радио‑Л., уран, лантаноидтар, ксенон, органик пероксидтарҙың (диоксетан, диоксиран) хеми‑Л. ентекле тикшерелә. Трансуран элементтарының кислоталы һыу эретмәләрендә α‑нурланыштарын теркәү өсөн һыу сцинтилляторы, И.В.Курчатов ис. Атом энергияһы ин‑ты (Мәскәү) м‑н берлектә антинейтрино һәм нейтрондарҙы теркәү өсөн сцинтиллятор уйлап табыла. 70‑се йй. уртаһынан БДМУ‑ла Р.Р.Фәрхетдинов етәкс. хеми‑Л. өйрәнелә. Молекулалар һәм кристалдар ин‑тында полимер материалдарҙың электро‑Л., Нефтехимия һәм катализ ин‑тында — соно‑Л., фуллерендарҙың фото‑Л., БДУ‑ла окисландырыу процестарының хеми‑Л. тикшерелә. 90‑сы йй. башлап Биохимия һәм генетика ин‑тында Л. файҙаланып сылбырлы биохимик реакциялар барышында нуклеин кислоталары булыуын асыҡлау өсөн анығыраҡ ысулдар эҙләнә.

В.П.Казаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: