Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘШӘНӘ

Просмотров: 1516

КӘШӘНӘ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Мемориаль һәм культ тәғәйенләнешле ерләү ҡомартҡыһы. Башҡортостан терр‑яһында 10‑лап К. бар, улар араһында Бәндәбикә кәшәнәһе, Кесе кәшәнә, Турахан кәшәнәһе, Хөсәйенбәк кәшәнәһе (БР терр‑яһында), Варна кәшәнәһе (Силәбе өлк.), Изобильный кәшәнәһе һәм Ҡыҙыл мәсет (Ырымбур өлк.). К. архитектураһында мосолман культ ҡоролмаларына хас архитектура-төҙөлөш элементтары бар. Ырыу-ҡәбилә аҡһөйәктәренең иң билдәле, затлы вәкилдәре, мосолман миссионерҙары ҡәберҙәре өҫтөнә таштан һәм кирбестән һалынған. Бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле, башлыса портал рәүешендә эшләнгән ишекле ҡоролма. Өйрәнелгән К. 1—7 ҡәбер табылған. Мәйеттәр ғәҙәттә тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡайһы бер К. табут ҡалдыҡтары табылған. Ерләүҙә мосолман йолаһы элементтары күҙәтелә.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: