Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАҠЛЫ МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 1316

ЛАҠЛЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, Ташҡыуыш, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны Лаҡлы а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,6 км алыҫлыҡта Лаҡлы й. (Әй й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, өҫкө карбондың эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ йүнәлешле горизонталь залдар һәм галереялар системаһынан тора. Оҙонлоғо 252 м, уртаса киңлеге 19,5 м, бейеклеге 5,0 м, амплитудаһы 35 м, майҙаны 5288 м2, күләме 29684 м3. Ауыҙы (киңлеге 4,2 м, бейеклеге 6 м) овал формаһында, горизонталь яҫылыҡтан тора, Лаҡлы й. кимәленән 34 м бейеклектә урынлашҡан. Мәмерйә ауыҙынан ауыш коридор (оҙонлоғо 15 м) Вестибюль залына (оҙонлоғо 72 м, киңлеге 45 м, бейеклеге 19 м) барып тоташа. Коридорҙың һәм ярты залдың иҙәне ҙур киҫәкле таштар һибелмәһе м‑н ҡапланған. Төньяҡ‑көнсығыш стенаһынан тар һуҡмаҡ (оҙонлоғо 12 м) айырылып китә. Зал төньяҡ йүнәлешле, иҙәнендә туф‑балсыҡ өйөмдәре һәм ҙур киҫәкле таштар ятҡан галерея (оҙонлоғо 80 м, киңлеге 25 м, бейеклеге 9 м) м‑н тоташа, ул түбәһендә 3 тәрән өң булған 2‑се залға (оҙонлоғо 25 м, киңлеге 25 м, бейеклеге 20 м) алып бара. Стеналары кальцитлы ҡорамалар, шар формаһындағы, миңгә оҡшаған һарҡымдар (диам. 1,5 см тиклем) һәм тәңкәле ҡатламдар м‑н ҡапланған, иҙәне балсыҡлы. Галерея (оҙонлоғо 40 м, киңлеге 10—12 м, бейеклеге 3—6 м) аша 2‑се зал 3‑сө зал (оҙонлоғо 50 м, киңлеге 28 м, бейеклеге 13 м) м‑н тоташа, унан өҫкә табан төньяҡ‑көнсығыш һәм төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле ҙур булмаған тармаҡтар китә. Залдың 2 киртләсле кальцит һарҡымы м‑н ҡапланған төньяҡ стенаһынан 6 м бейеклектә тар ғына юлға (оҙонлоғо 22 м) инер өсөн тишек бар, мәмерйә ошо юл м‑н тамамлана. Залдың иҙәне балсыҡлы, ҙур булмаған сталактиттар осрай. Мәмерйәлә йәйге т‑ра 1,2—6°С. Июнь айына тиклем мәмерйә алдында ҡар һаҡлана. Ингән ерҙә күгәрсендәр, эсендә ярғанаттар йәшәй.

Ю.В.Соколов

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019