Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАГОТИС

Просмотров: 1432

ЛАГОТИС (Lagotis), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың субарктик бүлкәттәрендә, Уралда һәм Азияның тауҙарында таралған. Башҡортостанда урал Л. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы ярым паразит күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—40 см. Һабағы төҙ, йомро, ябай. Тамыр яны япраҡтары эре, оҙон һаплы, бөтөн, йомронан оҙонса‑эллиптик формаға тиклем, шыма ситле йәки киртләсле; һабаҡ япраҡтары — ултырма, осло ромб формаһында, тешле, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе аҡһыл төҫтә, ултырма, ҡуйы башаҡ рәүешле сәскәлеккә йыйылған. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ике оялы ҡумта, июль—августа өлгөрә. Ирәмәл тауының (Белорет районы) бейек тау болондарында һәм тау тундраһында үҫә. Эндемик. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.09.2022
Связанные статьи: