Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИКРОАШЛАМАЛАР

Просмотров: 1340

МИКРОАШЛАМАЛАР, составына үҫемлектәрҙең нормаль үҫеше өсөн мотлаҡ булған микроэлементтар ингән ашламалар. Борлы (борнодатолит, бор‑магний һ.б.), кобальтлы (кобальт сульфаты һәм хлориды һ.б.), марганецлы (марганецланған суперфосфат, марганец сульфаты һ.б.), баҡырлы (баҡыр купоросы, пирит көйҙөрмәләре һ.б.), молибденлы (аммоний‑натрий, аммоний молибдаттары һ.б.), цинклы (цинк сульфаты һ.б.), ш. уҡ составында 2 һәм унан күберәк микроэлемент булған полимикроашламаларға бүленә. М. сифатында микроэлементтарҙың тоҙҙарын, хелат берләшмәләрен, фриттарын (тоҙҙарҙың быяла м‑н иретмәләре), ш. уҡ сәнәғәт ҡалдыҡтары (шлактар, шламдар) һ.б. ҡулланалар. М. ҡулланыуҙың төп ысулы — тупраҡҡа сәсеү алдынан орлоҡ м‑н бергә рәттәргә һибеү (0,5—5 кг/га), орлоҡто сәсеү алдынан эшкәртеү (уларҙы 0,02—0,05%‑лы эретмәлә ебетеү) һәм үҫемлектәрҙе өҫтәмә туҡландырыу (0,1—0,05%‑лы эретмәне һиптереү). А.х. культураларының М. мохтажлығы уларҙың биол. үҙенсәлектәре һәм тупраҡтағы микроэлементтарҙың күләме м‑н билдәләнә. Микроэлементтар етешмәү а.х. культураларының үҫеүе һәм үҫешеүе тотҡарланыуына, уңыштың сифаты түбәнәйеүенә, үҫемлек ауырыуҙары үҫешенә, хатта уларҙың һәләк булыуына килтерә. Башҡортостанда М. башлыса йәшелсәселектә һәм емешселектә ҡулланыла. М. ҡулланыуҙың эффективлығы 20 б. 60‑сы йй. башынан алып Аграр университетта (С.Н.Надежкин), Биология институтында (В.К.Ғирфанов, Н.Н.Ряховская, К.Б.Саҡаева һ.б.) өйрәнелә. БР‑ҙа марганец мәғдәне запастары, Белорет металлургия комбинатының һ.б. пр‑тиеларҙың шлактары бар.

Әҙәб.: Г и р ф а н о в В.К., Р я х о в с к а я Н.Н. Микроэлементы в почвах Башкирии и эффективность микроудобрений. М., 1975; У с м а н о в Ю.А. Лекции по агрохимии. Уфа, 1977. 

В.М.Вәлиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019