ӨНДӘРҘЕҢ КОМБИНАТОРЛЫ ҮҘГӘРЕШЕ
ӨНДӘРҘЕҢ КОМБИНАТОРЛЫ ҮҘГӘРЕШЕ, телмәр ағышында өндәрҙең бер‑береһенә тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән фонетик үҙгәрештәр. Ө.к.ү. билдәле бер телдең артикуляцион база үҙенсәлектәре һәм телдең эске закондары м‑н тығыҙ бәйләнештә булған һәр телдә ҡабул ителгән ҡағиҙәләр м‑н билдәләнә. Фонологик күҙлектән ҡарағанда Ө.к.ү. фонемаларҙың модификацияһы барлыҡҡа килеүенә, йәки фонетик сиратлашыуға килтерә. Хәҙ. башҡорт телендә Ө.к.ү. түбәндәге төрҙәрен айыралар: ассимиляция, диссимиляция, метатеза, протеза, эпентеза, редукция, элизия, иренләшеү һәм иренләшмәү, аккомодация, гаплология һ.б. Башҡ. теленең Ө.к.ү. системаһында фонемаларҙың әйтелеш типтары сағыла, улар телдә ҡулланыу про‑ цесында әйтелеш нормалары (ҡара: Орфоэпия) йәки айырым диалекттың фонетик билдәһе (ҡара: Көнсығыш диалект, Төньяҡ‑көнбайыш диалект, Көньяҡ диалект) булып нығынып ҡалған. Башҡ. теленең орфографияһында билдәләнгән һәм һөйләү телмәрендә күҙәтелгән Ө.к.ү. айырып йөрөтәләр. Вокализмда Ө.к.ү. тәү сиратта баҫым законлыҡтарына (баҫымһыҙ ижектәр үҙенең оҙонлоғон ҡыҫҡартырға йәки төшөп ҡалырға мөмкин), сингармонизмға (нигеҙҙәге һуҙынҡыларҙың артикуляцион характеристикаһы аффикстағы һуҙынҡыларҙың тибын билдәләй) һ.б. бәйле. Консонантизмда Ө.к.ү. йәнәш һуҙынҡыларҙың йәки тартынҡыларҙың (позицион үҙгәрештәр), фонетик законлыҡтарҙың (ҡара: Фонетика) йоғонтоһонда бара.
Э.Ф.Ишбирҙин
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов