Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӨГӨШ, йылға, Ағиҙел й. ҡушылдығы

Просмотров: 1428

НӨГӨШ, О л о Н ө г ө ш, А ҡ Н ө г ө ш, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Юрматау һыртының көнбайыш битләүендә башлана. Белорет, Бөрйән, Мәләүез р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Мәләүез р‑ны Эткөсөк а. эргәһендә төньяҡ‑көнбайышҡа борола һәм Ағиҙелгә (тамағынан 837 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 235 км, басс. майҙаны 3820 км2, дөйөм түбәнәйеүе 540 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 73,9%‑ы — яҙғы (апр.—май), 18,3%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 7,6%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Мәләүез р‑ны Андреев утары эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 34,7 м3/с. Басс. рельефы үрге ағымда уртаса һәм тәпәш таулы, протерезой тоҡомдарынан (ҡомташ, доломит, конгломерат) тора, түбәнге ағымда — убалы тигеҙлек, ҡазан ярусы тоҡомдарынан (мергель, ҡомташ, конгломерат) ғибәрәт. Ландшафы үрге ағымда ҡараһыу һоро урман тупрағындағы ҡара ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙан, түбәнге ағымда һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан, йыуылған һәм типик ҡара тупраҡтағы далаларҙан тора. Басс. 79%‑ын урман ҡаплаған, түбәнге ағымындағы ерҙәрҙең яҡынса 3%‑ы һөрөлгән. Н. басс. махсус һаҡланыусы Шүлгәнташ ҡурсаулығы, “Алтын Солоҡ” һәм Башҡортостан милли паркы биләмәләрендә урынлашҡан. Йылғала Нөгөш һыуһаҡлағысы төҙөлгән. Төп ҡушылдыҡтары: уң — Оло Ҡоҙаш, Үрек, Үсҡаныш, Тор; һул — Берәтәк, Оло Шәйек, Кесе Нөгөш, Күжә. Атамаһының килеп сығышы башҡ. мифологияһындағы ш. уҡ исемле персонаж м‑н бәйле (ҡара: Нөгөш).  

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019