Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОЛЕКУЛЯР МОДЕЛДӘР ЯҺАУ

Просмотров: 1412

МОЛЕКУЛЯР МОДЕЛДӘР ЯҺАУ, молекуляр объекттарҙы уларҙың моделдәрен төҙөү һәм өйрәнеү юлы м‑н бирелгән үҙенсәлектәре булған матдәләрҙе алыу маҡсатында тикшереү ысулы. 2 йүнәлешкә айыралар: матем. ысулдарҙы һәм компьютер программа сараларын эшләү; молекуляр системаларҙың үҙенсәлектәрен прогноздың матем. моделдәре нигеҙендә тикшереү. М.м.я. физиол. актив матдәләр, дарыу препараттары, органик булмаған молекулалар, полимерҙар һ.б. алыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. алып ике йүнәлеш б‑са алып барыла. М.м.я. ысулдарын табыу һәм компьютер программа сараларын эшләү, ш. иҫ. программалар м‑н тәьмин итеү б‑са тикшеренеүҙәр Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ин‑тында алып барыла. Билдәле химик берләшмәләрҙе молекуляр яҡтан прогнозлау һәм дизайнлау (төҙөү), уларҙың үҙенсәлектәрен тикшереү өсөн Л.А.Тюрина етәкс. образдарҙы таный алыу теорияһы алымдарын файҙаланыу, уйындар теорияһы, граф теорияһы нигеҙендә “SARD‑TOXOVOLMER” компьютер системаһы уйлап табылған, ул прогнозлау һәм М.м.я. (“SARD‑21”), токсикологик характеристикаларын прогнозлау (“SARD‑TОХ”), молекуляр системаларҙың оҡшашлыҡтарын һәм айырмаларын квант‑химик характеристикалар нигеҙендә билдәләгән (“OVOLMER”, А.М.Колбин ҡатнашлығында) эске системаларҙы үҙ эсенә ала. Токсикологик характеристикаларын үҙенсәлектәр комплексы б‑са баһалау өсөн 150‑гә тиклем матем. модель ингән ҡатмарлы иерархия комплекстары нигеҙендә интервал ҡиммәттәрен прогнозлау тормошҡа ашырыла (Тюрина, С.А.Кирлан). БДУ‑ла М.м.я. ысулдарын файҙаланып яңы антиоксиданттар, шешкә ҡаршы стероидлы һәм стероидһыҙ дарыуҙар һ.б. эҙләү алып барыла (А.Я.Герчиков, В.Р.Хәйруллина); клиника практикаһында ҡулланылған ҡайһы бер дарыу препараттары модификацияланған һәм ашҡаҙан‑эсәк юлын ағыулай торған, дөйөм ағыулау кимәле түбән булған эффектлы матдәләрҙең булыуы алдан әйтелгән, уларҙың ҡайһы берҙәре шешеүгә ҡаршы тороу активлығы б‑са электән билдәле булғандарҙан, мәҫ., диклофенактан, ҡалышмай (Ф.С.Зарудий). Шыйыҡ кристалдарҙың, пестицидтарҙың М.м.я. б‑са тикшеренеүҙәр ӨДНТУ‑ла (Е.А.Кантор, Т.Р.Просочкина); простагландиндарҙың сей яраға ҡаршы, утеротоник активлығы, азолдарҙың бронхолитик активлығы һ.б. б‑са Органик химия ин‑тында (М.С.Мифтахов, Зарудий) алып барыла. БДМУ‑ла М.м.я. Р‑450 цитохромы индукторҙарын һәм ингибиторҙарын, азолдарҙың бронхолитик активлығын эҙләү, төрлө матдәләрҙең ағыулылыҡ кимәлен экспресс‑баһалау өсөн ҡулланыла (Е.К.Алёхин, Зарудий, Т.Р.Зөлҡәрнәев). М.м.я. ысулдары Нефтехимия һәм катализ ин‑тында, Бөрө соц.‑пед. академияһында катализаторҙарҙың составын тикшергәндә файҙаланылған (С.И.Спивак, С.М.Усманов). Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ин‑тында М.м.я. ысулдары м‑н гербицид‑ тар, фунгицидтар, үҫеүҙе көйләгестәр, төрлө төҙөлөштәге биоизостерҙар тикшерелгән. Пестицидтар композицияларының составы термодинамик, физик-химик, квант‑химик характеристикалар һ.б. нигеҙендә тикшерелә (Колбин, Т.С.Соломинова). Биологик актив матдәләрҙе өйрәнеү һөҙөмтәһендә 30‑ҙан ашыу төрлө үҙенсәлектәре булған яңы химик берләшмәләрҙең матем. моделдәре алынған (виртуаль скрининг/прогнозлау һәм молекуляр дизайн өсөн). Табылған берләшмәләрҙең күбеһе синтезланған, уларҙың прогнозланған үҙенсәлектәре тәжрибәлә раҫланған һәм улар эталондар м‑н сағыштырмалы. Һөҙөмтәләре мәғлүмәт базаһы (моделдәр һәм структуралар) рәүешендә рәсмиләштерелгән һәм М.м.я. өсөн файҙаланыла.

Әҙәб.: Машинный поиск химических препаратов с заданными свойствами. Ташкент, 1989; Т ю р и н а Л.А., Т ю р и н а О.В., К о л б и н А.М. Методы и результаты дизайна и прогноза биологически активных соединений. Уфа, 2006.

 Л.А.Тюрина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: