НӘҠШБӘНДИӘ
НӘҠШБӘНДИӘ, Суфыйсылыҡ тәриҡәте. Етәкселәренең береһе Баһаутдин Нәҡшбәнд (1318—89) исеме м‑н аталған. Урта Азия хәнифиҙәре араһында барлыҡҡа килә. Н. төп идеяһы – шәхес азатлығы, йәмғиәт тормошонда ҡатнашыу, һөнәр, игенселек һәм сауҙа м‑н шөғөлләнеү. Н. юлы 10 мәҡәмдән тора, унан барған тәриҡәттең 11 принцибына (тәүбәгә килеү, сабырлыҡ, уяулыҡ, тын алышты көйләү һ.б.) таянырға тейеш. Н. йолаһының нигеҙен тын зекер (Алла исемен, ҡысҡырып әйтеүҙән айырмалы, эстән ҡабатлап тороу) һәм сөхбә (остаз м‑н мөриттең юғары рухи кимәлдәге даими әңгәмәләре) тәшкил итә. 15 б. алып Н. – мосолман донъяһында иң киң таралған тәриҡәттәрҙең береһе. Урал‑Волга буйы төбәгендә башҡорттар араһында Н. таралыу алған тармаҡтары: мөджәддидиә (18 б. алып) һәм хәлидиә (19 б. 2‑се ярт.). 19 б. 70‑се йй. алып З.Х. Рәсүлев Н. рухи остазы була, уның эшмәкәрлегенең беренсе йылында 7 меңдән ашыу кеше (башлыса Урал аръяғы башҡорттары) Н. мөритенә әүерелә; ул урындағы мосолмандарға ҡысҡырып зекер әйтеүҙе, Мәүлит байрамын (Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн) билдәләүҙе, тиҫбе тартыуҙы һ.б. индерә. Башҡортостанда Вәлидовтар, Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев, М.‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев, Х.М. Һатлыҡов һ.б. был тәриҡәттә була.
Әҙәб.: Я н г у з и н А.Р. Духовный мир суфиев. Уфа, 2007.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина